For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары.

Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары

Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары
урыҫ Чуй-Атасевские обнажения
Төп мәғлүмәт
Нигеҙләнгән ваҡыты1965
Урынлашыуы
55°39′42″ с. ш. 54°32′12″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары

Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары — плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре һәм балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1965 йылдың 17 авгусындағы 465-се ҡарары менән Башҡортостандың махсус һаҡланыусы төбәк тәбиғәт биләмәһе тип иғлан ителә[1].

Плиоцен дәүере балыҡтарының һөлдәләре менән балсыҡлы һәүерташтарҙың Сейәле-Әтәс яланғаслыҡтары — геологик, палеонтологик, стратиграфик тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Илеш районы Сейәле-Әтәс ауылынан төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы Баҙы йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Неогендың квартер һәм селек ярусы эоплейстоцен ултырмалары суйындар горизонтының терәк геологик киҫелеше булып тора; дөйөм ҡеүәте — 21 м. Составында ҡомташ һәм ҡырсынташ булған төрлө төҫтәге балсыҡтарҙан тора. Ултырмаларҙа сельдь һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған плиоцен дәүерендәге балыҡ эҙҙәре табылған. Уларҙы тәүге тапҡыр Ф. Н. Чернышёв тасуирлаған (1887), Г. В. Вахрушев өйрәнгән (1923).

Майҙаны — 22,5 га[2].

Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары участкаһы балсыҡлы, йыш ҡына урманһыҙ, Сейәле‑Әтәс һәм Марино ауылдары араһында Баҙы йылғаһының һул яры буйлап яҡынса 1,5 километрға һуҙыла. Киҫелеш башлыса составында төрлө төҫтәге ҡомло һәм эзбизле балсыҡтан ғибәрәт. Бында дүртенсел йәштәге эоплейстоцен ултырмаларының эталон стратотипик киҫелеше айырып күрһәтелгән. Һыуҙың межа-ара кимәленән 27 м бейеклектә урынлашҡан киҫелештәрҙә академик Л. С. Берг сельдь һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған яҡшы һаҡланған балыҡ эҙҙәре билдәләнә. Балыҡтар 8-ҙән алып 23 см тиклем оҙонлоҡта, 2,5 — 6,5 см киңлектә булған. Был балыҡтарҙың хәҙерге төрҙәштәре Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәрендә йәшәй. Киҫелештең башҡа ҡатламдарында сөсө һыуҙа йәшәй торған моллюскылар табылған.

Тәбиғәт ҡомартҡыһы Баҙы йылғаһының һул яры буйлап төньяҡ киңлегенең 55°40’54,34", көнсығыш оҙонлоғоноң 54°30’45,32", төньяҡ киңлегенең 55°40’15,18", көнсығыш оҙонлоғоноң 54°31’40,24" координаталар менән һыу киҫелешенән 150 метр киңлектәге битләү проекцияһы булған нөктәләр араһындағы сиктә ята[3];

Эшмәкәрлектең һәм тәбиғәтте файҙаланыуҙың тыйылған төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • төҙөлөш материалдарын сығарыу;
  • битләүҙәрҙе террасалау;
  • ағас ҡырҡыу (санитар ҡырҡыуҙан башҡа);
  • мал көтөү;
  • төҙөлөш эштәре;
  • һыу баҫыу;
  • битләү эрозияһына һәм киҫелеште юҡҡа сығарырлыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеге.[3]
  • Информационно-поисковая система Уникальные геологические объекты России (геологические памятники природы). http://www.geomem.ru/ 2023 йыл 16 ғинуар архивланған.

С Семилеткин, Е Бодрякова, Е Борковая, З Крусанова, И Логачева, ЮП Ненашев, В Папчинская, О Ренева, Е Школьникова и др Федеральное государственное унитарное предприятие «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» (ФГУП «ВСЕГЕИ»)

  • Сводный список особо охраняемых природных территорий Российской Федерации (справочник). Часть II. Потапова НА, Назырова РИ, Забелина НМ, Исаева-Петрова ЛС, Коротков ВН, Очагов ДМ М.: ВНИИприроды (2006) : 364
  • Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан отв ред АА Мулдашев

Уфа, Издательский центр «МедиаПринт» (издание второе) (2010) : 413

{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Сейәле‑Әтәс яланғаслыҡтары
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?