For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы.

Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы

Фәрит Иҫәнғолов
Исеме:

Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов

Тыуған көнө:

6 март 1928(((padleft:1928|4|0))-((padleft:3|2|0))-((padleft:6|2|0)))

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны[1]Ҡарлыманбаш ауылы

Вафат булған көнө:

20 май 1983(((padleft:1983|4|0))-((padleft:5|2|0))-((padleft:20|2|0))) (55 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы-прозаик

Ижад йылдары:

1950 — 1983

Жанр:

проза

Дебют:

«Ҡотлоәхмәт ҡарт» (хикәйә, 1950)

Наградалары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы (6 март 1928 йыл — 20 май 1983 йыл) — башҡорт совет яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1970), 1954 йылдан — КПСС, 1956 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Фәрит Әхмәҙулла улы Иҫәнғолов 1928 йылдың 6 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны[1] Ҡарлыманбаш ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1935—1945 йылдарҙа урта мәктәптә, 1945—1949 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) уҡый. Ике йыл Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар урта мәктәбендә уҡытыусы һәм завуч булып эшләй. Артабанғы хеҙмәт эшмәкәрлеген Башҡортостан китап нәшриәтендә дауам итә: 1951 йылдан мөхәррир, 1957 йылға тиклем өлкән мөхәррир вазифаһын башҡара. 1958—1960 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.

1965 йылға тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәби консультанты була.

Фәрит Иҫәнғоловтоң тәүге шиғырҙары урта мәктәптә уҡыған мәлдә үк «Йәш төҙөүсе» газетаһында баҫыла башлай. Ләкин ул башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булып таныла. 1950 йылда «Ҡотлоәхмәт ҡарт» тигән тәүге хикәйәһе баҫыла. Артабан бер-бер артлы «Тәүге һынау», «Баҫҡыс», «Хәмит күпере», «Сабирҙың дуҫтары», «Нәҙекәйбил», «Быйыл йәй» һәм башҡа хикәйә, повестары донъя күрә. Әҙип шулай уҡ балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә эшләне.

1970 йылда «Арыш башағы» романы өсөн Фәрит Иҫәнғоловҡа республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелә.

  • Тәүге һынау Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө, 1953, 86 бит.
  • Баҫҡыс. Балалар өсөн хикәйәләр. Өфө, 1954, 24 бит.
  • Хәмит күпере
  • Быйыл йәй
  • Батырҙар утрауы. Повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1967, 144 бит.
  • Кисеү. Повесть. Өфө, 1969, 54 бит.
  • Арыш башағы. Роман. Өфө, 1970, 280 бит.
  • С. Сафуанов. Кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы китап. «Ағиҙел», 1962, № 10.
  • Р. Байымов. Тарихи темаға заман талабы. «Ағиҙел», 1973, № 1.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Фәрит Иҫәнғолов = Фарит Исангулов: биобиблиогр. күрһ. : биобиблиогр. указ. / төҙ. Г. С. Әхмәҙиева, Л. Р. Иҫәнғолова; яуаплы мөх. А. Д. Әхмәҙиева. — Өфө: Башҡортостан Республикаһының Ә. Вәлиди исемендәге Милли к-һы, 2013.— 80 б.: фото 80 б. — (Башҡортостан яҙыусылары). — Текст на тат., башк., рус. яз. — Именной указ. с. : 76-80. — ISBN.
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Иҫәнғолов Фәрит Әхмәҙулла улы
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?