For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана
Нигеҙләү датаһы 25 март 1836
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Әхмәтзәки Вәлиди Туған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Адрес Ленин урамы, 4.
Почта индексы 450077
Рәсми сайт bashnl.ru
Карта
 Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы Викимилектә

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы — Башҡортостан Республикаһының төп китапханаһы, Өфө ҡалаһы Киров районының Ленин урамында урынлашҡан.

Республика милли китапханаһынаң тарихы 1836 йылда Өфөлә Ырымбур губернаһы дворяндары йыйылышы эргәһендә асылған тәүге йәмәғәт китапханаһынан башлана. 1921 йылдың 9 июнендә фондында 17 мең 600-гә яҡын китап булған БАССР Үҙәк фәнни китапханаһы асыла, 1925 йылдан ул БАССР-ҙың Дәүләт фәнни китапханаһы тип атала башлай. 1933 йылда уға Үҙәк мосолман китапханаһы, ә 1936 йылда М. Горький исемендәге үҙәк китапхана ҡушыла һәм ул «БАССР республика китапханаһы» тип атала башлай.

1960 йылдан китапханаға Надежда Крупская исеме бирелә.

1980 йылда Республика балалар китапханаһы менән Республика үҫмерҙәр китапханаһы филиал булараҡ уға ҡушыла.

1992 йылдан китап йортоноң рәсми атамаһы «Башҡортостан Республикаһының милли китапханаһы» итеп үҙгәртелә һәм уға Әхмәтзәки Вәлиди исеме бирелә.

2021 йылдың 21 апрелендә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Библиотека в культурном пространстве региона: традиции и инновации» тигән Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде. Ул китапхананың 185 йыллығына арналды. Был сарала офлайн һәм онлайн формала Рәсәй, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстандың милли китапхана етәкселәре, Ҡырым, Татарстан, МариЭл, Мордовия, Сыуаш Республикалары, Пенза, Силәбе, Брянск, Ырымбур өлкәләре һәм Ямал-Ненец автономиялы округының милли, өлкә һәм төбәк китапханалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары һәм академик учреждениелар ғалимдары ҡатнашты. Конференцияла 21 доклад тыңланды, 40-тан артыҡ мәҡәлә сара маиериалдары йыйынтығында баҫып сығарыуға ҡабул ителде[1].

2004 йылдан Рәсәй дәүләт китапханаһы башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Милли электрон китапхана» проектында алты федераль һәм 27 төбәк китапханаһы иҫәбендә Башҡортостандың Милли китапханаһы ла ҡатнаша. Был эш барышында Рәсәй Хөкүмәте Дәүләт Думаһына ҡарауға «Милли электрон китапхана» мәғлүмәт системаһын үҫтереү тураһында закон проекты тәҡдим итте. Был ресурс һәр кемгә урыҫ телендәге нәфис һәм ғилми әҙәбиәт менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк[2].

  • Гайсина Р. Х., Маннанов М. А. Храм сокровищ: Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан: ист. очерк. Уфа, 1996; Роль и место Национальной библиотеки в социокультурном пространстве: материалы Международной научно‑практической конференции. Уфа, 2012.
  • Синенко С. Г. Уфа старая и новая. — Уфа: Государственное республиканское издательство «Башкортостан», 2007. — 272 с. — 3000 экз. (рус.)


{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?