For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Бәләбәй өйәҙе.

Бәләбәй өйәҙе

Бәләбәй өйәҙе
Өйәҙ үҙәге гербы Губерна гербы
Герб уездного центра
Герб уездного центра
Герб губернии
Герб губернии
Губерна Өфө губернаһы
Үҙәге Бәләбәй
Барлыҡҡа килгән 1782
Бөтөрөлгән 1922
Майҙаны 22 163 км² (1897).
Халҡы 433 179[1] кеше. (1897)

Бәләбәй өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.

Административ үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы.

Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ‑көнбайыш өлөшө инә. 1796 йылда бөтөрөлә. 1804 йылда Ырымбур губернаһы составында тергеҙелә; 1865 йылдаң Өфө губернаһына инә. Административ уҙәге — Бәләбәй ҡалаһы. 1803 йылда өйәҙҙә 12‑се башҡорт һәм 5‑се мишәр кантондары ойошторола. 1865 йылда өйәҙ 4 станға бүленә. 1873 йылдаң улустар һаны — 31 (Баҡалы, Боғаҙы, Васильевка, Ғәйнәямаҡ, Елдәр, Елизаветино, Зәйет, Измаил, Ильинка, Иҫке Ҡалмаш, Йәрмәкәй, Кескенәш, Ҡаҙанғол, Ҡаҙансы, Ҡаръяуҙы, Ҡорос, Ҡырғыҙ-Миәкә, Мәнәүезбаш, Надеждино, Никольск, Өҫән-Ивановка, Семён-Макар, Соҡаҙытамаҡ, Стәрлетамаҡ, Төмәнәк, Түреш, Үрге Бишенде, Үрге Троицк, Әлшәй, Әмәкәй, Әсән), 1922 йылда — 44. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1576 торама пункт була. Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнә. Өйәҙ 1922 йылда бөтөрөлә, уның төп территорияһы Бәләбәй кантоны составына, 2 улусы (Покровка һәм Фёдоровка) — Стәрлетамаҡ кантонына инә.

XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Бөрө өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙе, көнсығышта — Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бөгөлмә өйәҙе һәм Боғорослан өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 22 163 км² (1897).

XVIII быуат аҙағында — 62158 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 17237), 1897 — 433179 (башҡорттар — 232960, мишәрҙәр — 2604, сыуаштар — 31443, татарҙар — 48784, урыҫтар — 88355 һәм башҡа), 1920—651 мең кеше. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 414122 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 12766, дворяндар — 5183 һәм башҡа; мосолмандар — 283929, православие динендәгеләр — 140142 (шул иҫәптән 7913 старообрядсы) һәм башҡа.

Милләт Халыҡ, кеш. %
Башҡорттар 232 960 53,78
Урыҫтар 88 355 20,40
Татарҙар 48 784 11,26
Мишәрҙәр 2604 0,60
Сыуаштар 31443 7,26
Бөтәһе 433 179 100,00

XX быуат башында ауыл хужалығы халыҡтың 84 %‑тан ашыуы мәшғүл була. 1904 йылда һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең дисәтинә) 453,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 164,7, бойҙай — 104,6, тары — 55,2, һоло — 47, ҡарабойҙай — 24,4, борсаҡ — 12,5, картуф — 5,2, борай — 3,4; һыйыр малы һаны — 62892 баш, йылҡы — 49558, һарыҡ — 129544, кәзә — 15921, сусҡа — 6316. XX быуат башында Алафузов буҫтау фабрикаһы, 4 шарап ҡыуыу заводы, 32 кирбес һуғыу һәм 5 поташ заводы, 15 күн эшкәртеү, 60 итек тегеү һәм башҡа предприятиелар эшләй. Бәләбәйҙә, Аҙнағол, Байгилде, Баҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Иҫке Турай, Раевка, Шаран ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1888 йылда өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы (Кинәле—Өфө участкаһы) үтә, 1911—14 йй. — Волга—Урал тимер юлы (БөгөлмәШишмә участкаһы). 298 мәсет, 19 сиркәү һәм 2 часовня (1865); 443 уҡыу йорто (1912) иҫәпләнә.

  • Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Т.4. Белебеевский уезд. Уфа, 1898;
  • Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.
  • Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Бәләбәй өйәҙе
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?