For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Үрге Сәлим.

Үрге Сәлим

Үрге Сәлим
Үрге Сәлим
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Матрай ауыл Советы (Йылайыр районы)
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 174 кеше (2010)[1],
187 кеше (2002)[2],
184 кеше (2009)[2]
Почта индексы 453694
Карта

Үрге Сәлим (рус. Верхнесалимово, элекке исеме Сәлим) — Башҡортостан Республикаһынң Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 174 кеше[3]. Почта индексы — 453694, ОКАТО коды — 80227825003.


Милли составы

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[4]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 106 59 47 55,7 44,3
1959 йыл 15 ғинуар 182 71 111 39,0 61,0
1970 йыл 15 ғинуар 280 136 144 48,6 51,4
1979 йыл 17 ғинуар 268 139 129 51,9 48,1
1989 йыл 12 ғинуар 214 112 102 52,3 47,7
2002 йыл 9 октябрь 187 95 92 50,8 49,2
2010 йыл 14 октябрь 174 83 91 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 63 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Матрай): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 110 км
  • З. Вәлиди урамы (рус. З.Валиди (улица))
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • М. Ғафури урамы (рус. М.Гафури (улица))
  • С. Юлаев урамы (рус. С.Юлаева (улица))[5]

1950 йылдарҙың аҙағына тиклем районда Сәлим (Түбәнге Сәлим) һәм Үрге Сәлим исемле ике ауыл булған. Бөгөн уларҙың береһе генә бар — Үрге Сәлим.

Беренсе Сәлим ауылы (Түбәнге Сәлим) Йылайыр районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Быҙаулыҡ йылғаһы һәм уға көнсығыштан ҡойған Суртанлы-Үҙәк йылғаһының һул ярында урынлашҡан. Үрге Сәлим ауылы Быҙаулыҡ йылғаһының уң ярында, Быҙаулыҡ йылғаһы ағымы буйлап беренсе ауылдан 2 км бейегерәк урынлашҡан, унда уға көнбайыштан ауылдың төп өлөшөн ярымутрауҙа ҡалдырып, Ҡамышлыүҙәк йылғаһы ҡоя.

Сәлим ауылы тураһында рәсми документ X ревизия (1859 йыл) ваҡытынан алып һаҡланған. Ошонда уҡ уның IX ревизия (1850 йыл) менән иҫәпкә алыныуы хаҡында күрһәтмә бар. Тимәк, Сәлим ауылы 1850 йылға булған. Ләкин, әйтелеүенсә, VIII ревизия (1834 йыл) һәм 1842 йылғы материалдарҙа уның тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Сәлим, ауыл булараҡ, 1842-се һәм 1850-се йылдар араһында хасил була. Тәүҙә ул Мәҡсүт ауылының утары була. Мәҫәлән, XIX быуаттың Ырымбур өйәҙе картаһында «Быҙаулыҡ» йылғаһының һул ярында «Мәҡсүт утары» күрһәтелгән һәм был урын Сәлим ауылы тәүге урыны менән тап килә[6].

  • Үрге Сәлим ауылында яңы ФАП төҙөлә[7]
  • Ҡасаба янында, Быҙаулыҡ йылғаһының уң ярынан көнбайышҡа табан, Ҡамышлы-Үҙәк йылғаһын киҫеп үтеп, боронғо сауҙа юлы — «Ҡанифа юлы» урынлашҡан, ул ҡасандыр Башҡортостанды Азия илдәре менән тоташтырған. «Ҡанифа юлы» Төньяҡ түңгәүерҙәрҙең Һаҡмар башы ауылы (Әбйәлил районы Әхмәт ауылы) ерҙәренән килеп сыға һәм Аҡтүбәгә, йәғни Аҡтүбә ҡалаһына барып етә[8].
  • Байтаҡ атамалары археологик ҡомартҡылар менән бәйле. Уларҙың иҫәбендә бейеклеге яҡынса 4 метрлыҡ «Ҡәҙир убаһы» ла бар. Легенда буйынса, бында Түңгәүер ырыуы батыры Ҡәҙир ерләнгән. Быҙаулыҡ йылғаһы буйында «Ереклек» («Ольховый») болонында «Ҡарға бутҡаһы», «Һабантуй» байрамдары уҙғарылған. Ошо урында бейеклеге яҡынса 1,5 метрлыҡ боронғо мәжүсиҙәр менгиры ла урынлашҡан. Бер легенда буйынса, бында атлы яугирҙар — башҡорт казактары ерләнгән, икенсеһе буйынса, йәнәһе лә был таш ер аҫтынан үҫкән[9].

«Ете аршин» «Ат йөҙҙөргөс» «Тәрән ятыу» «Ҙур Ҡабаҡҡайын» «Бәләкәй Ҡабаҡҡайын» «Аҡбулат сыбаһы» «Ҡоҙоҡ аҫты» «Ташүҙәк» «Әҙел үҙәге» «Оҫҡон үҙәге» «Әҙел ташы» «Сусаҡтау») «Ҡаятау» «Малҡантау» «Ҡәһәрмән туғайы» «Кәрим үҙәге»[10]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Үрге Сәлим
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?