For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Үрге Муйнаҡ.

Үрге Муйнаҡ

Ауыл
Үрге Муйнаҡ
рус. Верхний Муйнак
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Ейәнсура

Ауыл советы

Муйнаҡ

Координаталар

52°02′00″ с. ш. 56°45′17″ в. д.HGЯO

Халҡы

490[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453390

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 226 822 001

ОКТМО коды

80 626 422 101

Үрге Муйнаҡ (Рәсәй)
Үрге Муйнаҡ
Үрге Муйнаҡ
Үрге Муйнаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Үрге Муйнаҡ

Үрге Муйнаҡ (рус. Верхний Муйнак) — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453390, ОКАТО коды — 80226822001.

Үҫәргән башҡорто Нәҙерғәле Хәсән улы Аҡъюловтың яҙыуына ҡарағанда, Үҫәргәндең ике улы Болоҡ менән Таймаҫ урыҫ батшаһы Иван III (1425—1505) хакимлыҡ иткән осорҙа йәшәгән. Таймаҫтың ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ, Абаҙа, Сураш һәм Ҡыҙрас. Сураштың нәҫеле Абҙан, Юлдаш, дүрт Муйнаҡ ауылына, ә Сураштың Ейәнсура тигән улы Яңыбай, Юнай, Юлдыбай, Әлебай, Ғәббәс ауылдарына нигеҙ һалған[2].

1761 йылдан алып (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 1707 йылдан алып) билдәле. Тәүге төпләнеүсе сотник Муйнаҡ Сөләймәнов исеме менән аталған. ΧΥΙΙΙ быуаттың 2‑се яртыһында Түбәнге, Урта, Кесе Муйнаҡ ауылдары барлыҡҡа килгәндән һуң, Оло Муйнаҡ булараҡ теркәлгән. Шулай уҡ Туп Муйнаҡ, Ҡужалған исемдәре менән билдәле булған. 1795 йылда 10 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 йылда 79 йортта — 365 кеше. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда тирмән теркәлгән. 20 быуат башынан хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Үрге Муйнаҡ — административ үҙәк. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар[3].

Халҡы: 1900 йылда — 262 кеше, 1920 йылда 341 кеше йәшәгән[3]. 2009 йылда 620 кеше иҫәпләнгән[4].

Йыл Халыҡ һаны
1939 368 [5]
1959 419 [6]
Йыл Халыҡ һаны
1970 554 [6]
1979 593 [7]
Йыл Халыҡ һаны
1989 566 [7]
2002 549 [8]
Йыл Халыҡ һаны
2009 620 [9]
2010 490 [8]
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[10].

Үрге Муйнаҡ ауылы Өҫкәлек йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан[3].

  • Ғәйнизаров урамы (рус. улица Гайнизарова)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Күпер урамы (рус. Мостовая улица)
  • Белгестәр урамы (рус. улица Специалистов)
  • Сүсән урамы (рус. улица Сусян)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[11]
Ер-һыу атамалары
  • Ҡушалатау тауы
  • Үтә тишек тауы
  • Өҫкәлек йылғаһы үҙәне
  • Таҡырташ тауы
  • Ҡарағайтау тауы
  • Аҙағуй үҙәне

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Муйнаҡ — был исем шул уҡ Ейәнсура районында Ф. Хәмитова тарафынан яҙып алынған «Муйнаҡ ҡарт» исемле риүәйәттә (№ 229) урын ала.

Бында ул аҡыллы, абруйлы шәхес итеп һүрәтләнә. Ф. Хәмитова яҙып алған вариантта ваҡиғаларҙың шулай уҡ ҡаҙаҡ-ҡалмаҡ яуҙары менән бәйле булыуын иҫкә алһаҡ, ике риүәйәттә лә бер ук шәхес хаҡында һүҙ барғанлығын төшөнөргә мөмкин. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том.[12]

  • Алпамыша" варианты 1960 йылда Башҡортостандың Ейәнсура районы Үрге Муйнаҡ ауылы 80 йәшлек Мөслимә Ваһапованан яҙып алынған[13]. «Башҡорт халыҡ ижады» китабының 5-се томына индерелгән.

Видео от Аюпа Юланова

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Түләбаев М. С. Үҫәргәндәр ере — Ейәнсура.— Өфө, 2000. — 240 бит. ISBN 5-85051-175-Х.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Үрге Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.1 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 1.
  6. 6,0 6,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.2 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. // ӨфөКитап, 2018. — Т. 2.
  7. 7,0 7,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.3 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 3.
  8. 8,0 8,1 Населенные пункты Башкортостана в 4 т. Т.4 / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. (урыҫ) // УфаКитап, 2018. — Т. 4.
  9. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  10. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  11. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
  12. Башҡорт халыҡ ижады.ΙΙ том
  13. Башҡорт халыҡ ижады
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Үрге Муйнаҡ
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?