For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы.

Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы

Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы
Һөнәр төрө табип
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы (30 ноябрь 1928 йыл) — ғалим-табип-офтальмолог. 1956—1994 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1971—1990 йылдарҙа директорҙың фән буйынса урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1977). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1977) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966).

Флора Шәйхи ҡыҙы Ҡорбанаева 1928 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР‑ы Йылайыр кантоны[1] Күгәрсен ауылында тыуған.

Әсәһе — РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡорбанаева Хәлимә Абдулла ҡыҙы (Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙының апаһы).

1950 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм хеҙмәтэшмәкәрлеген Йомағужа район дауаханаһында башлай.

1952 йылдан алып Өфөнөң 17‑се балалар клиник дауаханаһында эшләй.

1953 йылдан Владивосток ҡалаһында Тымыҡ океан флоты поликлиникаһында хеҙмәт һала.

1956 йылда Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институтына эшкә күсә: 1964 йылдан — бүлек етәксеһе, 1966 йылдан — ғилми секретарь, 1971—1990 йылдарҙа директорҙың фән буйынса урынбаҫары.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылдарға тиклем республикала трахома ауырыуы киң таралған була. Һуғыштан һуңғы осорҙа (1945—1965) Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми тикшеренеү институты трахоманы иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ойоштороу-методика үҙәгенә әүерелә. Был эштәр табип-офтальмолог, медицина фәндәре докторы, профессор Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы етәкселегендә бара. 1960-сы йылдарҙа был йоғошло ауырыу тулыһынса бөтөрөлә. Был эшкә ҙур өлөш индереүселәр араһында Флора Ҡорбанаева ла була[2].

Фәнни хеҙмәттәре трахома патогенезын, клиникаһын өйрәнеүгә һәм иртә диагностикалауға арналған, ул трахома эҙемтәләрен һәм өҙлөгөүҙәрҙе хирургик дауалау ысулдарын, катаракта, глаукома, күҙҙең вируслы ауырыуҙарын хирургик дауалау мәсьәләләрен өйрәнә һәм һүрәтләй. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1965)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1966).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1977)
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Ҡорбанаева Флора Шәйхи ҡыҙы
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?