For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Ҡол Шәриф.

Ҡол Шәриф

Ҡол Шәриф
татар. Qolşərif, قول شريف
Шәхси мәғлүмәт
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө:

имам, сәйет, шағир

Үлем көнө:

1552

Үлгән ере:

Ҡазан, Ҡазан ханлығы

Ил:

 Ҡазан ханлығы

Милләте:

татар

Дине:
Ағымы:

Ислам
Сөнниселек

Бәрелештәр:

Ҡазанды ҡурғау

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

ислам дин ғилеме

 Ҡол Шәриф Викимилектә

Ҡол Шәриф (татар. Qolşərif, Колшәриф; 1552 йылда Ҡазан ҡалаһында вафат булған) — имам, XVI быуат дин эшмәкәре, шағир, татарҙарҙың милли ҡаһарманы, 1552 йылдың октябрендә Иван Грозный ғәскәрҙәренә ҡаршы Ҡазандың бер өлөшөн ҡурғау менән етәкселек итә. Штурм ваҡытында үҙенең иптәштәре менән бергә һәләк була. Уның хөрмәтенә 1996-2005 йылдарҙа Ҡазан кремлендә емерелгән иҫке мәсет урынында төҙөлгән Ҡол Шәриф мәсете аталған.

Әҙәби эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәтсе Миңлехан Ғәзиз улы Әхмәтйәнов Ҡол Шәрифтең "Зәфәрнәмә-и виләйәт-и Ҡазан" (1550 йыл) әҫәрҙәре, "Шәриф Хажитархани" һәм "Ҡол Шәриф" шиғырҙары авторы булыуы тураһында гипотеза ҡуя. Әҫәрҙәрҙе һәм шиғырҙарҙы тәхлилләнғәндән һуң, Әхмәтйәнов уларҙың авторы бик белемле, астрономия, тарих һәм башҡа фәндәр буйынса белемле булыуын билдәләй[1].

Ҡол Шәриф үҙенең шәкерттәре менән урыҫтарҙан ҡурғана.

Ҡазандың яулап алыныуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡол Шәриф Ҡазан ханлығы үҙенең һәләкәтенә яҡынлашҡан осорҙа йәшәй. Шағир татар халҡының трагедияһын "Зәфәрнәмә-и виләйәт-и Ҡазан" прозаһында тасуирлай. Ҡазан ханлығына бер кемдән дә ярҙам көтөп булманы, шуға күрә 1550 йылда ҡазанлыларға Мәскәү менән үҙ-ара ярҙам һәм аңлашыу тураһында килешеү төҙөргә тура килә[1].

Киләһе йылда дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәр тағы ла насарая, шуға урыҫтар тыныслыҡ килешеүен тарҡата. Йәйгеһен урыҫ ғәскәрҙәре Ҡазанды уратып ала, һәм ҡазанлылар урыҫ воеводаларына Ҡол Шәриф мулланы һәм Бейбарс Растовты төмән кенәзде солох тураһында хәбәр менән ебәрә. 1551 йылғы йылъяҙманан билдәле булыуынса, илселәр оҙаҡ ваҡыт бирешергә ризалашмаған; Ҡазанды көс менән баҫып алыу менән янағандан һуң илселәр Мәскәү ҡуйған шарттарҙы ҡабул итә[1].

Ҡол Шәриф 1552 йылда Ҡазанды алған саҡта һәләк була. Тарихсы Шиһабетдин Мәржәни, Ҡол Шәриф һәм уның эйәрсендәре ниндәйҙер хәрби подразделениеға берләшә һәм һуғышта һәләк була, тип яҙа. Ҡол Шәриф үҙе мәсет ҡыйығына менеп, шунда үлтерелә, ә кәүҙәһен аҫҡа ташлайҙар[1].

Ҡолшәриф хөрмәтенә аталған мәсет, Ҡаҙан.

Уның хөрмәтенә Ҡаҙандың йома мәсете аталған[2].

Ҡол Шәриф һәм уның заманы: Татар һәм рус телдәрендәге мәҡәләләр йыйынтығы. — Ҡазан: Татар китап нәшриәте, 2005 йыл. — 192 с.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Кто такой Кул-Шариф. Мечеть «Кул-Шариф» (неофициальный сайт). Дата обращения: 22 апрель 2013. Архивировано 9 октябрь 2013 года.
  2. Фаяз Шәрип улы Хужин. Средневековая Казань. — Ҡазан: Татар Китап Нәшриәте, 2004 йыл. — С. 35. — 74 с.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Ҡол Шәриф
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?