For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы.

Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы

Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы
Тыуған көнө

17 октябрь 1936(((padleft:1936|4|0))-((padleft:10|2|0))-((padleft:17|2|0))) (87 йәш)

Тыуған урыны

Ямаҙы ауылы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1982
Ленин ордены — 1982 Октябрь Революцияһы ордены — 1977 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1971
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы (17 октябрь 1936 йыл) — нефть һәм газ сығарыу тармағы ветераны. 1964—1987 йылдарҙа «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1986).


Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы Ғиниәтуллина 1936 йылдың 17 октябрендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Ямаҙы ауылында тыуған. Урта белемле.

Хеҙмәт юлын 1954 йылдың авгусында Ямаҙы урта мәктәбендә лaбарант булып башлай. 1955 йылдың сентябренән Пермь өлкәһе «Коспашуголь» тресының 24-38-се шахталарында транспорт машинисы булып эшләй. 1957 йылдан Свердлов өлкәһе Түбәнге Тағыл Урал вагон заводында стерженсы булып эшләй башлай.

1964 йылдың июленән «Башнефть» етештереү берекмәһенең «Краснохолмскнефть» нефть һәм газ сығарыу етәкселегенең 3-сө нефть промыслаһында нефть һәм газ сығарыу операторы. Әлфизә Муллаәхмәт ҡыҙы 10 ҡойо (скважина) хеҙмәтләндерә. Яйлап ҡойолар һаны арта бара, хаҡлы ялға сығыр алдынан, 30-ға барып етә.

Унынсы биш йыллыҡ йылдарында (1976—1980) Әлфизә Ғиниәтуллина эшләгән бригада планда ҡаралған 14 000 тонна йөкләмә урынына, планды тултырып, пландан тыш 14150 тонна нефть сығара. Коллектив 1981 йылда ла уңышлы эшләй, пландан тыш 3500 тонна нефть сығара. Шулай уҡ бригада 1982 йылдың тәүге кварталында ла йөкләмә итеп алынған 800 тонна урынына 900 тонна нефть сығарған.

Әлфизә Ғиниәтуллина нефть сығарыуҙа беренселәрҙән булып прогрессив технологиялар ҡуллана башлай. Нефть ҡойоларын парафин ҡатламдарынан арындырырып, нефть промыслаһы ҡорамалдарын һаҡлау өсөн төрлө химик реагенттар һәм минераль тоҙҙар ҡуллана. Яңы техника һәм технологиялар ҡулланыу менән уңышлы эш алып бара. Унынсы биш йыллыҡта һәм ун беренсе биш йыллыҡтың тәүге йылында (1981—1985) 7 рационализаторлыҡ тәҡдиме яһай һәм индерә.

Производстволағы билдәле ҡаҙаныштары, пландарҙы һәм унынсы биш йыллыҡтың социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәүе, шулай уҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Әлфизә Муллаәхмәт ҡыҙы Ғиниәтуллина СССР Юғары Советының 1982 йылдың 2 июлендәге Указы менән Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була.

1987 йылда Әлфизә Ғиниәтуллина хаҡлы ялға сыға. Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ямаҙы ауылында йәшәй. Ауылындағы бер урам уның хөрмәтенә Ғиниәтуллина урамы тип аталған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1982)
  • Ленин ордены (1982)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1977)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • Миҙалдар
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1986)
  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Ғиниәтуллина Әлфизә Муллахмәт ҡыҙы
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?