For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Яңы Британия.

Яңы Британия

Яңы Британия
ингл. New Britain
Яңы Британия провинцияһының урынлашыуы
Яңы Британия провинцияһының урынлашыуы
Характеристики
Майҙаны35 144,6 км²
Иң бейек нөктәһе2438 м
Халҡы500 000 чел. (2011)
Урынлашыуы
5°48′46″ ю. ш. 150°26′48″ в. д.HGЯO
АрхипелагБисмарк архипелагыБисмарк архипелагы
АкваторияТымыҡ океан
[[ Папуа — Яңы Гвинея|Регион административ бүленеше]]Айлендс
[[административ бүленеше Папуа — Яңы Гвинея|Районы]]Көнсығыш Яңы Британия, Көнбайыш Яңы Британия
 Яңы Британия Викимилектә

Яңы Британия (ингл. New Britain, элеккесә нем. Neupommern) — Папуа — Яңы Гвинея составындағы утрау. Бисмарк архипелагының иң ҙур утрауы булып тора, 1885 йылға ҡәҙәр ул Яңы Британия архипелагы тип атала.

Яңы Британияға йыһандан күренеш

Утрауҙың майҙаны 35 144,6 км² тәшкил итә[1], бында яҡынса 500 мең кеше (2011) йәшәй. Уның оҙонлоғо 600 км, ә максималь киңлеге — 80 км. 1966 йылдан Яңы Британия ике административ берәмеккә — Көнсығыш Яңы Британия һәм Көнбайыш Яңы Британия провинцияларына бүленә. Көнсығыш провинцияһы майҙаны буйынса көнбайыштыҡынан бәләкәйерәк, әммә уны халыҡ иҫәбе һәм әһәмиәтлелеге буйынса үтә.

Көнбайыш Яңы Британия провинцияһының административ үҙәге Кимбе ҡалаһында урынлашҡан. Көнсығыш Яңы Британия провинцияһының административ үҙәге 1994 йылда Тавурвур вулканы атылғанға тиклем Рабаул ҡалаһы була, уның халҡының күпселеге Кокопо ҡалаһына күсенә, һуңыраҡ Кокопо провинцияның үҙәге булып китә.

Утрау буйлап тарлауыҡтар менән йырғыланған тау массивы һуҙылған, Синевит вулканы (2438 м) уның иң бейек нөктәһе булып тора. Утрауҙың төп өлөшө тропик урмандар менән ҡапланған.

Дампир боғаҙы Яңы Британияны Умбои утрауынан, Изге Георгий боғаҙы — Яңы Ирландия утрауынан айыра.

Яңы Британия тик 1700 йылда британия диңгеҙеһе Уильям Дампир тарафынан асыла. 1885 йылдан 1899 йылға ҡәҙәр утрау Германия Яңы Гвинея Компанияһы биләмәһе була һәм Яңы Померания (нем. Neupommern) тип атала. 1899 йылдан 1914 йылға тиклем утрау Германия Яңы Гвинеяһы колонияһының бер өлөшө булып тора. Был дәүерҙә утрауҙа мамыҡ үҫтереү үҫешә. 1914 йылда Яңы Британияны Австралия ғәскәрҙәре баҫып ала һәм Беренсе донъя һуғышы тамамланғас Австралия утрау менән идара итеүгә Милләттәр Лигаһынан мандат ала.

Икенсе донъя һуғышы осоронда 1942 йылда утрау Рабаул өсөн алышты еңгән Япония империяһы ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. Америкалылар утрауҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөн һәм көньяҡ-көнбайышта Меркус моронон яулап алалар. Шуға ҡарамаҫтан Рабаул ҡалаһын һуғыш тамамланғанға ҡәҙәр яулап ала алмайҙар, һәм тик Япония дөйөм капитуляция тураһындағы акт ҡабул иткәндән һуң ғына утрау америкалыларға бирелә.

Папуастар Яңы Британияның иң боронғо этник төркөмө булып тора. Артабан утрауға Меланезия кешеләре килеп урынлаша. Толаи халҡы иң ҙур этник төркөмө булып тора. Утрауҙа шулай уҡ байнинг, киленге, сулка һәм лакалаи халыҡтары йәшәй.

  1. United Nations Environment Program, "Islands by land area: New Britain 2012 йыл 13 июль архивланған., " islands.unep.ch (1988).
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Яңы Британия
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?