For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы).

Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы)

Ыйыҡ
урыҫ Ик
Характеристика
Оҙонлоғо 102 км
Бассейн 2390 км²
Һыу сығымы 8,1 м³/с (тамағы)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Һандалаш ауылынан 11 км төньяҡ-көнбайышҡа
 · Координаталар 56°00′15″ с. ш. 59°05′44″ в. д.HGЯO
Тамағы Әй
 · Урынлашыуы тамағынан 92 км
 · Бейеклеге 187 м
 · Координаталар 55°57′08″ с. ш. 58°14′26″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Әй → Өфө → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
Район Балаҡатай районы , Мәсетле районы
РДҺР 10010201012111100022556
Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
— инеше, — тамағы

Ыйыҡ, Түбәнге Ыҡ — Башҡортостандағы йылға, Әй йылғаһының уң ҡушылдығы.  Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай һәм Мәсетле райондары биләмәһендә аға.

Географик мәғлүмәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылға оҙонлоғо 102 км тәшкил итә, 102 км — 2390 км²[1][2], дөйөм төшөү — 230 м. Ағым тиҙлеге секундына 0,5 метрға етә, киңлеге йылғаның түбәнге өлөшөндә 20-25 метрға тиклем арта[3]. Тамағында йылғаның һыу сығышы секундына 8 кубометрға етә. Башлыса ҡар һыуынан тулылына.

Ыйыҡ инеше Балаҡатай районы Һандалаш ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 11 км алыҫлыҡта ята. Балаҡатай һәм Мәсетле райондары буйынса ағып, Әй йылғаһының тамағынан 92 км өҫтәрәк, Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында ҡоя.

Ыйыҡ йылғаһы бассейны рельефы Пермь системаһы Әртә ярусы эзбистары, доломиттары, конгламераттары, аргилиттары, алевролиттары, мергелиттары һәм ҡоматаштарынан торған убалы тигеҙлектә урынлашҡан[4].

Бассейн урмандар өлөшө 50 %, һөрөнтө ерҙәр — 35 % тәшкил итә. Һыу ағымын көйләү өсөн Ыҡтамаҡ ауылында һыуһаҡлағыс төҙөлгән.

Ҡушылдыҡтары: уңдан — Нөгөш, Һуя, Аҡа, Васйылға һ. б.; һулдан — Күләк, Буръя һ. б.

Йылға буйындағы ауылдар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балаҡатай районында: Һандалаш, Айҙаҡай, Ҡурғаш, Ҡарлыхан, Нөгөш, Ямаш, Шығай ауылдары урынлашҡан.
Мәсетле районында: Яңы Мөслим, Түбәнге Бобин, Кесе Ыҡтамаҡ, Оло Ыҡтамаҡ ауылдары урынлашҡан. Яңы Мөслим, Түбәнге Бобин, Кесе Ыҡтамаҡ, Оло Ыҡтамаҡ ауылдарында Ыйыҡ йылғаһы аша күпер һалынған.

Әй ҡушылдыҡтары

  1. «Ик» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. РФ Һыу ресустарында Аҡа йылғаһы тип хаталы күрһәтелгән.
  3. Рундквист Н. А., Задорина О. В. Урал. Краеведческая энциклопедия. Екатеринбург: «Квист», 2013. — 592 с.
  4. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Ыйыҡ (Әй ҡушылдығы)
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?