For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Чириковтың табыш йорто (Дондағы Ростов).

Чириковтың табыш йорто (Дондағы Ростов)

Иҫтәлекле урын
Чириковтың табыш йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Будённый проспекты, 46
Архитектура стиле Эклектика
Проект авторы Эберг Леонид Фёдорович
Төҙөлөшө ???—1913 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100018000объект № 6100018000

1913

Чириковтың табыш йорто — Дондағы Ростовтың Будённый проспектында (46-сы йорт) урынлашҡан бина. Йорт 1913 йылда архитектор Эберг Леонид Фёдорович проекты буйынса[1] эклектика стилендә төҙөлгән[2]. Хәҙерге ваҡытта бинаны Дондағы Ростовтың эске эштәр Идаралығы биләй. Чириковтың табыш йорто регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[3].

Таганрог проспектындағы (хәҙерге Будённый) табыш йорто XX быуат башында кондитер фабрикаһы хужаһы, ҡала идараһы ағзаһы һәм ҡала үҙ-ара кредит Ойошмаһы советы рәйесе Владимир Кириллович Чириков заказы буйынса төҙөлә. Бинаның проект авторы ростов архитекторы Эберг Леонид Фёдорович була, ул үҙе үк төҙөлөш менән етәкселек итә. 1912 йылда төҙөлөш аҙағына ҡарай Чириков төҙөлөш майҙанына килә, шул килеүендә фасадҡа ике колонна ҡуйыуҙы талап итә. Архитектор колонналар ҡуйыуға ҡаршы төшә, сөнки бинаның композицияһы Ренессанс эпохаһы архитектура принциптарына нигеҙләнгән була. Быға яуап итеп Чириков: «Ә аҡсаны һиңә кем түләй — Ренессансмы әллә минме? ..»,- тип белдерә. Эберг бер нимә тип тә уға ҡаршы әйтә алмай һәм кронштейндарҙа ике колонна ҡуйырға мәжбүр була[1][4].

Биш ҡатлы, фасады штукатуркаланған кирбес бина ҙур архитектура объекты, күп яҡлы ҡыйыҡлы, өҫкө ҡатта кәрниз өҫтөндә биҙәкле бер төр аркалар теҙмәһе менән осланған ҙур арка тоташтырған ике тура дүртмөйөшлө эркеры бар. Мөһабәт һәм гармониялы нисбәтле күркәм деталдәр, кәрниздәрҙең биҙәлеше һәм орнаменттар менән һырланышы, икешәрләнгән тәҙрәләр өҫтөндә урынлашҡан медальондар һәм эмблемалар — былар бөтәһе лә бинаны уны уратып алған башҡа биналарҙан айырып тора, Ростовтың боронғо үҙәгенең йөҙөн билдәләүсе айырып алғыһыҙ элементы булып тора.

Рим цифрҙары менән яҙылған төҙөлөш йылы «MCMXIV» ―1914 һәм ике антик стилдәге скульптура фронтонда тик 1917 йылға тиклем генә тора, Октябрь революцияһынан һуң юғала[5]. «Приазовский край» гәзите 1913 йылда Чириковтың табыш йортон Ростовтың баҡшҡа йорттары араһында ҙурлығы һәм архитектураһы буйынса иң күренеклеләрҙең береһе тип атай.

Табыш йорто бинаһы һыу менән йылытыу, электр яҡтылығы, телефон, подвалды ҡаттар һәм өй ҡыйығындағы йәйге баҡсаһы булған ресторан менән тоташтырыусы лифт менән ҡорамалландырылған. Беренсе ҡатта магазиндар урынлаша. Беренсе ҡаттағы бүлмәләрҙе магазиндар ҡуртымға алалар. Табыш йортонда фатирҙар 4, 5, 6 һәм 7 бүлмәнән торалар. Өй ҡыйығында баҡса эшләнгән. Бинала лифт ҡуйылған[1].

Табыш йорто «Приазовский край» гәзитендә рекламалана һәм лайыҡлы рәүештә уңыш менән файҙалана. Табыш йортоноң хәлле фатирсылары араһында Владимир Кириллович Чириковтың бер туған ағайы Сергей Кириллович тә була.

Граждандар һуғышы осоронда был йортта Деникиндың аҡ армияһының яралы һалдаттары өсөн госпиталь урынлаша. Совет власы нығынғандан һуң йортто национализациялай, беренсе ҡаттағы магазиндарҙы һаҡлап ҡалдыра. 1920-йылдар башында йорт янғындан ныҡ зыян күрә. Янғынды Чириков йортоноң подвалында туҡыма склады булған контора хеҙмәткәрҙәре ойошторған тигән фекер бар, сөнки көтөлгән ревизия бик ҙур күләмдә тауарҙар етешмәүен һәм башҡа мутлыҡтарҙы фаш итергә мөмкин була. Ләкин янғын шул тиклем көслө була, бөтә өйҙө солғап ала, уны һүндереү ҡыйын була. Бина өҫкө ҡаттарға тиклем янып бөтә. Буш һәм ташландыҡ хәлдә ул бер нисә йыл тора. Тик 1927 йылда урындағы властәр уны тергеҙергә тотона. Бинаның фасады тәүге ҡиәфәтендә тиерлек тергеҙелә, әммә элекке табыш йортоноң интерьерҙәренән бер ни ҙә ҡалмай.

1929 йылдың апрелендә эштәр тамамланғандан һуң элекке Чириковтың табыш йортонда ҡала Советы урынлаша[6].

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, ҡаланың үҙәген йыш бомбаға тотоуҙарына ҡарамаҫтан, бина емерелеүгә дусар булмай. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бинала Главсевкавстрой урынлаша[1]. 2000-се йылдарҙа бинаны Дондағы Ростовтың эске эштәр Идаралығы, ә хәҙер — Ленин районы полицияһының эске эштәр бүлеге биләй.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 71—72.
  2. Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
  3. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 9 ноябрь 2013.
  4. Ребайн Я. А. Ростов-на-Дону. — М.: Государственное издательство архитектуры и градостроительства, 1950. — С. 14. — (Архитектура городов СССР).
  5. История двух домов (часть первая). Дом купца Чирикова. | Меотида: История, культура, природа нижнего Дона и приазовья. meotyda.ru. Дата обращения: 23 февраль 2017.
  6. Довоенная открытка 1939 года. temernik.ru. Дата обращения: 16 декабрь 2013.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Чириковтың табыш йорто (Дондағы Ростов)
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?