For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау.

Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау

Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау
Төп конфликт: Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ядерный гриб над Хиросимой (слева) и Нагасаки (справа)
Дата

6 август9 август 1945 йыл

Урыны

Хиросима, Нагасаки; Япон империяһы

Нәтижә

Победа сил союзников

Ҡаршы тороусылар

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Япония империяһы Японская империя

Командирҙар

Америка Ҡушма Штаттары Уильям Стерлинг Парсонс
Америка Ҡушма Штаттары Пол Тиббетс

Япония империяһы Сюнроку Хата

Ҡаршы тороусы көстәр

«Проект Манхеттен»
509-я смешанная авиационная группа

Второе командование

Юғалтыуҙар

Нет

90.000–166.000 в Хиросиме
60.000–80.000 в Нагасаки

 Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау Викимилектә

Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау (6 һәм 9 август, 1945 йыл) — кешелек тарихында хәрби йәҙрә ҡулланылған. Уны Икенсе бөтә донъя һуғышының Тымыҡ океан сиктәрендә алып барылған хәрби хәрәкәттәр театрындағы йомғаҡлау өлөшөндә Японияны капитуляцияға тиҙерәк күндереү маҡсатында АҠШ Ҡораллы көстәре башҡарған.

1945 йылдың 6 авгусында Америка бомбардировщигы В-29 «Enola Gay» (әсәһенең исеме менән шулай атаған) экипаж командиры полковник Пол Тиббетс Хиросима ҡалаһына «Little Boy» («Малыш») исемле эквиваленты 13 − 18 килотонна тротил тәшкил иткән атом бомбаһын ташлаған. Өс көн уҙғас, 1945 йылдың 9 авгусында 21 килотонна тротилға тәшкил иткән «Fat Man» («Толстяк») атом бомбаһын осоусы Чарльз Суини, B-29 «Bockscar» бомбардировщигы командиры, Нагасакиға ташлаған. Дөйөм үлеүселәр һаны Хиросимала 90 — 166 мең кеше, Нагасакиҙа 60 — 80 мең кеше тәшкил иткән.

Атом бомбардировкаларына иҫе киткән Япония премьер-министры Кантаро Судзуки һәм сит ил эштәре министры Того Сигэнори япон хөкүмәте һуғышты туҡтатырға тейеш тигән һөҙөмтәгә килгән.

1945 йылдың 15 авгусында Япония үҙенең капитуляцияға бирелеүе тураһында иғлан иткән. Икенсе бөтә донъя һуғышының формаль рәүештә тамамланыуын белдергән капитуляция тураһындағы актҡа 1945 йылдың 2 сентябрендә ҡул ҡуйылған.

Японияны капитуляция яһарға мәжбүр иттереү өсөн уны атом бомбардировкаларына тотоуҙың этик яҡтан кәрәкле булыу-булмауы әлеге көндәрҙә лә бик ҡырҡа бәхәс тыуҙырыусы хәл.

Хиросимаға ташланған «Малыш» (англ. Little boy) бомбаһының макеты

1944 йылдың сентябрь айында Гайд-паркта АҠШ президенты Франклин Рузвельттың һәм Бөйөк Британияның премьер-министры Уинстон Черчилль араһында килешеү төҙөлә. Уның нигеҙендә Японияға ҡаршы атом ҡоралы ҡулланыуҙың ихтималлығы ята.

1945 йылдың йәйенә АҠШ, Канада һәм Бөйөк Британия ярҙамында Манхэттен проектын тамамлай. Был проект йәҙрә ҡоралының тәүге өлгөләренең әҙерлеге хаҡында була.

Икенсе бөтә донъя һуғышында АҠШ туранан-тура ҡатнаша башлағас, 200 мең Америка һалдаттары һуғышта һәләк булған, уларҙың яҡынса яртыһы — Японияға ҡаршы һуғышта. 1945 йылдың апрель-июнь айҙарында Японияның Окинава утрауҙарын баҫып алыу һуғыш операцияһы ваҡытында 12 меңдән артыҡ Америка һалдаты һәләк булған, 39 меңе яраланған, япондар яғынан юғалтыуҙар 93 − 110 мең һалдат һәм барлығы 100 мең граждандар халҡын тәшкил иткән. Японияға баҫып инеү Окинава утрауҙарындағы юғалтыуҙарға ҡарағанда байтаҡҡа күп булған булыр ине.

Хиросима һәм Нагасаки Япония картаһында
  • Буранок С. О. Победа над Японией в оценках американского общества.. — АсГард, 2012. — 116 с. — ISBN 978-5-4259-0169-9.
  • Ҡалып:Книга:Жуков А. Е. История Японии
  • Молодяков В. Э., Молодякова Э. В., Маркарьян С. Б. История Японии. XX век / Отв. ред. В. М. Алпатов. — М.: Крафт+, 2007. — 528 с. — (История стран Востока. XX век). — 1000 экз. — ISBN 978-5-89282-295-4.
  • Франк Р. (англ.). Downfall: The End of the Imperial Japanese Empire. — New York: Random House, 1999. — P. 484. — ISBN 9780679414247.
  • Хасэгава Ц. (англ.). Racing the Enemy: Stalin, Truman, and the Surrender of Japan. — Belknap Press of Harvard University Press, 2006. — P. 432. — ISBN 978-0674022416.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлау
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?