For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Фирҙәүси.

Фирҙәүси

Фирҙәүси
фарс. فردوسی
Тыуған көнө:

940(((padleft:940|4|0)))

Тыуған урыны:

Тус, Иран

Вафат булған көнө:

1020(((padleft:1020|4|0)))

Вафат булған урыны:

Тус, Иран

Эшмәкәрлеге:

шағир

Йүнәлеше:

шиғриәт, мистицизм, суфыйлыҡ, метафизика, этика

Фирҙәүси «Шаһнамә» поэмаһын Мәхмүт Ғәзнәүигә уҡый.

Хәким Әбүл-Ҡасим Мансур Хәсән Фирҙәүси Туси (фарс. حکیم ابوالقاسم منصور حسن فردوسی توسی; 940 йылда Иранда Тус ҡалаһында тыуған — 1020 йыл тирәһе йәки 1026) — күренекле фарсы шағиры[1][2], «Шаһнамә» эпик поэмаһының авторы; «Йософ вә Зөләйха» поэмаһы ла уның әҫәре тип иҫәпләнә. Иранда, Тажикстанда һәм Афғанстанда бик киң таныла һәм милли шағир тип иҫәпләнә. Хәким («аҡыл эйәһе», «ғалим») ҡушаматын ул үҙенең киң һәм тәрән белеме өсөн яулаған. Фирҙәүси белемде бик юғары баһалаған: «аҡыллы һүҙгә юлдар эҙлә, белем табыр өсөн үт бар ғаләмде».

"Шаһнамә"нән күренеш

932 һәм 941 йылдар араһында Ирандағы Тус ҡалаһының янындағы Хөрәсән ауылында ер биләүсе крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ғаиләһенең ере аҙ булып, тапҡан ризығы тамаҡ аҫрарға көскә етеп торған, тип фаразлау хаҡ булыр. Һуғыштар осорона тура килгән был ваҡытта крәҫтиәндәр хәле бик мөшкөл була.[3].

Фирҙәүсиҙең бала һәм үҫмер йылдары тураһында мәғлүмәт бик һирәк. Ул яҡшы белем ала, Ирандың ул замандағы ике әҙәби телен дә — ғәрәп һәм фарсы телен — яҡшы белә; бәлки, Ирандың ислам осорона хәтлем ҡулланған әҙәби пәхләүи телен дә белгәндер.

Унынсы быуаттың уртаһында Иран бойондороҡһоҙлоҡ осорон кисерә — урындағы феодаль аристократия ғәрәп хакимлығын ҡолатып, илдең алыҫ тарафтарында власты үҙ ҡулына ала. Фирҙәүсиҙең йәшлеге тап ошо осорға тура килә.

Оҙаҡ йылдар буйы шағир хәҙерге Афғанстандағы Ғәзни ҡалаһында тороп, Төркиәнең солтаны Мәхмүт Ғәзнәүигә хеҙмәт итә; уға уҡ ул үҙенең «Шаһнамә» поэмаһын да бағышлай. Солтан поэманы оҡшатып еткермәй (ҡайһы бер сығанаҡтар поэмала шағир Иран шаһтарын данлағанлыҡтан, ти; башҡалары — батша улдары ғына законлы тәхет вариҫы була ала тигән фекер өсөн, тип фаразлай). Киң таралған риүәйәт буйынса, солтан Фирҙәүсигә поэма өсөн хаҡын түләмәйенсә, тәү килешеүҙәренән баш тарта. Шағир быға асыуланып, солтан тураһында сатирик шиғыр яҙа; был шиғырҙа ул солтан ҡол тоҡомонан сыға, тип мыҫҡыллай. Инде солтандың асыуы ҡабарып, Фирҙәүси илдән ҡасырға мәжбүр була. Һөҙөмтәлә шағир ғүмерен ситтә хәйерселектә тамамлай.

Тус ҡалаһында шағирҙың ҡәберендә ҡоролған кәшәнә

1934-се йылда Фирҙәүсиҙең тыуыуына мең йыл тулғас, уның ҡәберендә кәшәнә ҡорола.

Стәрлетамаҡ Дәүләт Педагогик Академияһы. «Башҡорт әҙәбиәтенең көнсығыш тамырҙары.» Спецкурс әсбабы(недоступная ссылка)

{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Фирҙәүси
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?