For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Сыртланова Елизавета Александровна.

Сыртланова Елизавета Александровна

Сыртланова Елизавета Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 22 ноябрь 1881(((padleft:1881|4|0))-((padleft:11|2|0))-((padleft:22|2|0)))
Тыуған урыны Суксун, Красноуфимск өйәҙе, Пермь губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 декабрь 1961(((padleft:1961|4|0))-((padleft:12|2|0))-((padleft:11|2|0))) (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР

Сыртланова Елизавета Александровна (22 ноябрь 1881 йыл — 11 декабрь 1961 йыл) — театр актёры, режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1943).

Елизавета Александровна Сыртланова-Шляхтина 1881 йылдың 22 ноябрендә Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенең Соҡсон заводы биҫтәһендә (хәҙер Пермь крайының Соҡсон ҡала тибындағы ҡасабаһы) тыуған.

1912 йылда — «Нур» труппаһының, 1915 йылдан 1917 йылға тиклем — «Ширҡәт», ә 1918—1919 йылдарҙа — Беренсе һәм Төркөстан армияларының сәйәсәт бүлектәре янындағы фронт театрҙарының актрисаһы. 1920 йылдан алып Өфө дәүләт татар-башҡорт өлгөлө театры актрисаһы, 1922 — 1930 йылдарҙа — Урал, Себер һәм Алыҫ Көнсығышта төрлө театр коллективтарының режиссёры һәм художество етәксеһе. 1931 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театры, 1933—1938 йылдарҙа — Ауырғазы колхоз-совхоз театры режиссёры, 1939—1948 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы мөдире.

Характёрлы һәм комик ролдәр башҡарған. Сыртланова — аныҡ көнкүреш деталдәр, мәргән телмәр характёристикаһы оҫтаһы. Башҡорт һәм татар әҫәрҙәре буйынса 300-ҙән ашыу роль уйнаған: Сәрби (Х. Ибраһимов, «Башмағым»), Ғәрифә (Ғ. Исхаҡи, «Алдым-бирҙем» — «Никах килешеүе»), Ғәйнә (1911, дебют), Йәмилә, Әсә (Ғ. Камал, «Бәхетһеҙ егет»); классик рус һәм сит ил әҫәрҙәре буйынса: Мартина (Мольер, «Ирекһеҙҙән табип»), фрау Миллер (Ф. Шиллер, «Мәкер һәм мөхәббәт»), Кабаниха, Кручинина (А. Н. Островский, «Йәшен», «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр»). Шулай уҡ Сумчинская псевдонимы аҫтында сығыш яһай. Режиссер булараҡ уның репертуарында — Ф. Әмирхан, Б.Бикбай, Ф. Бурнаш, Т. Ғиззәт, Я. Вәли, Р. Ниғмәти, С. М. Мифтахов һәм башҡа драматургтар пьесалары буйынса спектаклдәре билдәле.

Башҡорт драма театрында — Х. К. Ибраһимовтың «Башмағым», Ғ. Х. Ниязбаевтың «Ағалы-ҡустылы Ғәлимовтар», А. Н. Островскийҙың «Ете юл сатында» («На бойком месте») Островский (В. Ғ. Ғәлимов менән берлектә); Ауырғазы колхоз-совхоз театрында — Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр», А. М. Таһировтың «Себер кешеһе Ғилман» («Сибиряк Гильман») драмалары буйынса спектаклдәр ҡуйған. А. Н. Островскийҙың «Без вины виноватые», В. Н. Билль-Белоцерковскийҙың «Шторм», С. И. Левитинаның «Приговор» пьесаларын татар теленә тәржемә иткән.

{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Сыртланова Елизавета Александровна
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?