For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто.

Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто

Иҫтәлекле урын
Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Оло Баҡса урамы, 68
Архитектура стиле эклектика
Проект авторы Померанцев Александр Никанорович
Төҙөлөшө 18801883 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6110009000объект № 6110009000

1883

Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто — Дондағы Ростовта 1883 йылда А . Н. Померанцев проекты буйынса сауҙагәр С. Ф. Генч-Оглуев[1] өсөн һалынған беренсе күп ҡатлы килемле йорт[2]. Ул Оло Баҡса урамы һәм Семашко тыҡырығы мөйөшөндә урынлашҡан. Бина эклектика рухында төҙөлә[3] һәм федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә[1].

1870 йылдар аҙағында Ростов сауҙәгәре Степан Федорович Генч-Оглуев шәхси килем йорто төҙөргә ҡарар итә. Бының өсөн ул архитектор Александр Никанорович Померанцевты саҡыра. Төҙөлөш эштәре 1880 йылда башлана һәм 1883 йылда тамамлана. Померанцев өсөн был уның проекты буйынса Ростовта төҙөлгән беренсе йорт була.

Сауҙагәр Генч-Оглуев йортто ҡуртымға тапшыра. Беренсе ҡатын сауҙа биналары биләһә, өҫкө ҡаттарҙа конторалар һәм фатирҙур урынлаша. Генч-Оглуев йортонда бер ни тиклем ваҡыт «Приазовский край» гәзитенең типографияһы ла була. 1897 йылдан бындаүҙ бинаһы төҙөлгәнгә тиклем Волга-Кама банкы эшләй.

Совет власы килгәндән һуң, бина дәүләткә тапшырыла. 1925 йыл мәғлүмәттәре буйынса, унда Көньяҡ-Көнсығыш Коммерция Акционер банкы, Дондағы Ростовтың «Нефтесиндикат» районы идаралығы, «Ит продуктттары» магазины һәм башҡа ойошмалар урынлаша. Икенсе — дүртенсе ҡаттарҙа фатирҙар була. 1930 йылдарҙа бинала «Балыҡ» магазины асыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинаның ҡыйығы емерелә. 19481949 йылдарҙа йорт архитектор Г. О Калайджан етәкселегендә яңынан тергеҙелә. Шул уҡ ваҡытта тәүге проекттан бер аҙ ситләшеү ҙә күҙәтелә. Бер нисә балкон ла тергеҙелмәй.

План буйынса П-образлы бина кварталдың тар сосн биләй[4]. Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто дүрт ҡатлы, һуңғы ҡаты — мансарда. Төп ишек Оло Баҡса урамы һәм Семашко тыҡырығы мөйөшөндә урынлашҡан. Бинаның архитектураһында һәм биҙәлешендә төрлө архитектура стилдәре аралаша. Йорттоң алҡы яғы барокко стилендә биҙәлә. Рустикалар һәм сандриктар — классицизм элементы булып тора. Фронтон башняһындағы һүрәт готиканан алынған.

  1. 1,0 1,1 Швецов С. Д. На высоком донском берегу: Очерки из прошлого Ростова. — Ростов, 1982. — С. 61—62.
  2. Роль здания доходного дома в жизни города. grants.rsu.ru. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 7 ноябрь 2004 года. 2004 йыл 7 ноябрь архивланған.
  3. Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
  4. Композиционное решение здания доходного дома. grants.rsu.ru. Дата обращения: 15 август 2013. Архивировано 7 ноябрь 2004 года. 2004 йыл 7 ноябрь архивланған.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Сауҙагәр Генч-Оглуев йорто
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?