For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Сампо (кинотеатр).

Сампо (кинотеатр)

Кинотеатр
Сампо
1960-е
1960-е
Ил Россия
Урыны Ҡалып:Флагификация/Республика Карелия, Петрозаводск
Координаталар 61.778449/34.375831
Архитектура стиле неоклассицизм
Архитектор Юрий Русанов
Төҙөлөшө 19401941 йылдар
Бөгөнгө хәле емерек
Сампо (кинотеатр) (Карелия Республикаһы)

1941

«Сампо» кинотеатры — Бөйөк Ватан һуғышы алдындағы архитектура ҡомартҡыһы. Карелия Республикаһы Петрозаводск ҡалаһының Урицкий проспектында (хәҙер Александр Невский проспекты) урынлашҡан.

Кинотеатр архитектор Юрий Русанов проекты буйынса 1940 йылда төҙөлә башлай. Русанов Петербург архитекторы Иван Фомидың өйрәнсеге була, улар «пролетар классикаһы» тип аталған үҙенсәлекле неоклассицизм йүнәлешендә ижад итәләр. Был стиль үҙ эсенә конструктивизмдың ябайлығын һәм классик архитектура формалы авангардты алып торған. Кинотеатр бинаһы тап ошо стилдә төҙөлә — уға ҡыҫҡа архитектура элементтары (мәҫәлән, капителһеҙ һәм базаһыҙ «парлашылған» колонналар, ябай һәм бик ҡәтғи декорациялар хас[1].

Фин ғәскәрҙәре оккупацияһы осорона тиклем Петрозаводск ҡалаһында 1941 йылда төҙөлөш эштәре тамамланған тиерлек була, бары тик бина эстәрен һылап биҙәү эштәре генә үткәрелә. Шулай итеп, кинотеатрҙы асыу хоҡуғы оккупанттарға эләгә, улар кинотеатрҙы «Укко» тип карел-фин мифологияһындағы йәшен аттырыусы Алла хөрмәтенә уның исеме менән атайҙар. 1944 йылда совет ғәскәрҙәре ҡаланы немецтарҙан азат итә һәм кинотеатрҙы «Сампо» тип, шул уҡ мифологияға ярашлы, тылсымлы предмет, бәхет сығанағы, именлек һәм муллыҡ символы итеп атайҙар[1].

Һуғыштан һуң бинаның эске эштәре менән архитектор Гутин Кусиэль етәкселек итә. Совет йылдарында «Сампо» кинотеатрында ҡалаланың иң ҙур һәм заманса тамаша залы булған. Ул ишектәрен бөтә ҡала кешеләре өсөн дә, шул иҫәптән элекке концлагерь тотҡондары өсөн дә аса һәм «мәҙәниәт ҡорамы» ғына булып ҡатмайынса, ә Еңеү һәм азатлыҡ символы булып тора. 1956 йылда уның тамаша залы яңынан йыһазландырыла, һәм «Сампо» Карелияла һәм Петрозаводскиҙа беренсе киң форматлы экранлы кинотеатрға әйләнә. Күп кенә техник яңылыҡтар тап бында барлыҡҡа килә, һуңынан улар республиканың башҡа ҡалаларындағы кинотеатрҙарҙа ла ҡулланыла[2].

Бөлгөнлөккә төшөү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР тарҡалғандан һуң дәүләт кинотеатрҙарҙы үҫтереү менән шөғөлләнеүҙе туҡтата, һәм «Сампо» коммерцияға ҡоролған телевидение һәм Интернет селтәрҙәренән торған конкуренттарынан еңелә башлай. 2005 йылда «Dolby Digital» системаһы менән йыһазландырылыуына ҡарамаҫтан, кинотеатр үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата. Бушап ҡалған кинотеатр бинаһында Йәштәр үҙәгенең фестивалдәре һәм төрлө саралары үткәрелә.

2007 йылда Петрозаводскиҙа йәш ғаиләләр һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу өсөн «Сампо» муниципаль йәштәр комплексын булдырырға булалар. Шул ваҡытта кинотеатрҙы реконструкциялау һәм иҫке бинаны киңәйтеү өсөн аҡса бүленә. Бынан тыш, «Сампо» кинотеатры бинаһын муниципаль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерергә уйлайҙар. Тик башланғыстарҙың барыһы ла ҡағыҙҙа ғына ҡала килә.

Ике йыл үткәс, Петрозавоскд ҡала советы кинотеатр бинаһын торған участкаһы менән бергә шәхси ҡулға һатыыу тураһында ҡарар ҡабул итә. «Тәбиғи иҫкергән» бинаны 2012 йылда һаҡлау мөмкин булмағанлыҡтан, йыл дауамында ул тулыһынса һүтелгән[3].

Әлеге ваҡытта Александр Невский проспекты һәм Калинин урамы киҫелешендә, элекке «Сампо» кинотеатры урынында, заманса торлаҡ комплексы урынлашҡан[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 Александр Лычагин. Петрозаводск, который мы потеряли: Кинотеатр "Сампо" (Видео) (13 май 2019). Дата обращения: 8 декабрь 2020.
  2. Елена Ициксон. Реквием по кинотеатру «Сампо» (1 август 2011). Дата обращения: 8 декабрь 2020.
  3. Жители Петрозаводска до сих пор сожалеют о разрушенном кинотеатре «Сампо». ОПРОС. Дата обращения: 8 декабрь 2020.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Сампо (кинотеатр)
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?