For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Рысҡужа.

Рысҡужа

Ауыл
Рысҡужа
рус.  Рыскужино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Әбйәлил районы

Ауыл биләмәһе

Амангилде ауыл Советы (Әбйәлил районы)

Координаталар

53°18′55″ с. ш. 58°20′42″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1757-1760

Элекке исеме

Субан

Халҡы

453[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453625

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 807 004

ОКТМО коды

80 601 407 116

Рәсми сайт

riskusa.my1.ru

Рысҡужа (Рәсәй)
Рысҡужа
Рысҡужа
Рысҡужа (Башҡортостан Республикаһы)
Рысҡужа

Рысҡужа (рус. Рыскужино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл. Амангилде ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 453 кеше[2]. Почта индексы — 453625, ОКАТО коды — 80201807004.


  • Район үҙәгенә тиклем (Асҡар): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Амангилде): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Магнитогорск): 72 км

Рысҡужа ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнбайышҡа табан 20 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 72 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Рыҫҡужа (Субан) ауылына XVIII быуаттың икенсе яртыһында Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл 1740 йылдан билдәле була. Сотник Рысҡужа Ҡырмаев исеме менән аталған. 1778 йылда унда йәшәүсе Мырҙағол Йомағужин Өфө сауҙагәре Подьячевтан аҡса һәм тауар ала (МИБ. Т. 5. С. 78.). Атамаларҙы антропонимдар тип кенә әйтергә мөмкин. Беҙҙә аныҡлаусы мәғлүмәт юҡ.

1834 йылда ауылда 269 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 380, 1920 йылда — 480 кеше. Халыҡтың береһе Исхаҡ Ихсанғолов 1814 йылдың мартында Парижды алыуҙа ҡатнаша.

Ауыл халҡы күсеп йөрөү өсөн ҡаҙмаштар йәшәгән урындарға (Ҡолаҡашҡа, Кәркәбәр, Ҡаҙмаш йылғалары) барған. Тимәк, Ҡаҙмаштан рыҫҡужалылар айырылған. 279 кешенең 300 аты, 226 һыйыры, 20 һарығы, 50 кәзәһе эйә була. Ауыл хужалығы өсөн 28 сутый ер үҙләштерелә. 1842 йылда 8 бот ужым һәм 328 бот яҙғы бойҙай сәселә. Алтынбай Хәлитов ҡына 120 бот сәскән[4]. 1866 йылда 45 йорт хужалығында 329 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1900 йылда мәсет булған[5].

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[1]
466513453
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, башҡорттар йәшәй (100 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 413
1920 йыл 26 август 481
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 368
1959 йыл 15 ғинуар 347
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 370
2002 йыл 9 октябрь 466
2010 йыл 14 октябрь 453 225 228 49,7 50,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Рысҡужа ауылында башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[8].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Асҡаров Насирйән Шаһишәриф улы — «Почет билдәһе» ордены, Бер нисә тапҡыр «Социалистик ярыш еңеүсеһе», «5 йыллыҡ удпрнигы», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» билдәләре йөрөтөүсе, «Совет сауҙаһы отличнигы».
  • Басиров Сәрүәр Харис улы — «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн», «9-сы биш йыллыҡ ударнигы» знактары, «Октябрь Революцияһы» ордены (8 апрель 1971 йыл) кавалеры
  • Мортазина Сания Яхъя ҡыҙы — «Почет ордены» кавалеры (13 май 1999 йыл)
  • Басиров Рафаэль Абдрахман улы — «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (1966 йыл), «Октябрь Революцияһы» ордены (1987 йыл) кавалеры
  • Ғиләжев Зәйнетдин Низаметдин улы — «За доблестный труд» миҙалы (1970 йыл), «Социалистик ярыш алдынғыһы» миҙалы (1973 йыл), «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ» ордены (8 апрель 1971 йыл)


  • Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус.  40 лет Победы (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Төньяҡ урам (рус.  Северная (улица)
  • Сура батыр урамы (рус.  Сура батыра (улица)
  • Ырғайҙы урамы (рус.  Ыргайды (улица)
  • Көньяҡ урам (рус.  Южная (улица)[9]
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; справочник төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Рысҡужа // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Улицы
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Рысҡужа
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?