For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Патон күпере.

Патон күпере

Патон күпере
Нигеҙләү датаһы 5 ноябрь 1953
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Евгений Оскарович Патон[d]
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Киев
Урын Киев
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Ҡорос
Рәсми асылыу датаһы 5 ноябрь 1953
Төп төҙөлөш ойошмаһы Mostobud[d]
Төҙөүсе-инженер Евгений Оскарович Патон[d]
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Днепр
Несёт на себе Европейский маршрут E95[d]
Число пролётов 26
Оҙонлоҡ 1543 метр
Киңлек 21 метр
Вид в ночное время
Вид с воздуха
Карта
 Патон күпере Викимилектә

Е. О. Патон исемендәге күпер (Патон күпере; укр. міст Патона) —Киевта Днепр аша күперҙәрҙең береһе.

Төҙөү 1940 йылда башлана. 1953 йылда төҙөлә, күпер аша хәрәкәт 1953 йылдың 5 ноябрендә асыла[1].

Оҙонлоғо — 1543 м.

Кесе округ юлының өлөшө.

Күпер урҙалы конструкцияларҙан, тоташ төп урҙалы оҙонлоғо 58 һәм 57 м ике тамғалы киҫелештә, бейеклеге 3,6 м, 26 тороҡло, кессон нигеҙендә таяныстарҙан тора. Тороҡло төҙөлөштәр 29 метр оҙонлоҡтағы бер типтағы 264 блоктан тора, монтажлау ваҡытында 10668 метр йөйҙәр иретеп йәбештерелә. Йөрөй торған юл өлөшөнөң киңлеге 21 метр, тротуарҙың киңлеге — 3-әр метр. Хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн 1968 йылда Патон күперендә ярым ҡаты декоратив-художестволы ҡоймалар эшләнә (СССР-ҙа беренсе тапҡыр). Уны Донецк ҡалаһынан «Ремкоммунэлектротранс» предприятиеһы башҡара. 1954 йылдың 1 ноябренән 2004 йылдың 9 июненә тиклем күпер буйлап трамвай юлы үтә.

Күпергә инеү урыны уң яҡ ярҙан дорический ордер пропилеялары менән, һул яҡтан — бейеклеге 20 метрлы ике колонна менән биҙәлгән.

Патон күперен проектлайҙар һәм төҙөйҙәр:

  • «Укрпроектстальконструкция» институты, Киев.
  • 1 -се һанлы Мостострой тресы, Киев.
  • Е. О. Патон исемендәге УССР фәндәр академияһының иретеп йәбештереү институты.
  • И. В. Бабушкин исемендәге Днепропетровск металлоконструкция заводы.

Күперҙе проектлауҙа һәм төҙөүҙә академик Евгений Оскарович Патон туранан-тура ҡатнаша, ҡоролма уның исеме менән атала[2].

Европала төҙөлөш мәлендәге иң ҙур күпер, бөтә йөйҙәре, шулай уҡ монтажлау эштәре лә беренсе тапҡыр автоматик сварка ярҙамы менән башҡарыла[3].

2009 йылда Патон күперенә транспорт өсөн һул яҡтан инеү урыны яңыртыла.

Патон күперендә трамвай

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2004 йылда күпер яңыртылғанға тиклем, Патон күперенән, һул яҡ яр өлөшөн уң яҡ яр менән тоташтырыусы трамвай юлы үтә. Реконструкция процессында трамвай юлдары һүтеп ташлана, ә күпер буйлап троллейбус юлы һалына, ул трамвай маршруты буйынса пассажирҙарҙы ташыуға һәләтһеҙ булып сыға. Һөҙөмтәлә Киев трамвайы системаһы һул яҡ ярҙағы һәм уң яҡ ярҙағы ике селтәргә бүленә, был Днепрҙың уң һәм һул яҡ яры буйынса трамвай юлын тыйыу буйынса ҡаршылыҡ акцияһы һәм ҡултамғалар йыйыуҙы тыуҙыра.

2006 йылда Набережный шоссеһы буйынса һалынған трамвай юлын һүтеү планлаштырыла. Был трамвай һыҙығының булмауы киев трамвайының уң һәм һул яҡ яры селтәренең Патон күпере аша трамвай юлын тергеҙеү мөмкин булмаясаҡ. Киев ҡала советына яңы ҡала башлығы Лконид Черновецкий килеүе менән һүтеп ташлауҙы кисектерәләр, ә 2008 йылда ҡала хакимиәте рәсми рәүештә был урамдағы трамвай юлын һүтеп алыу тураһында мәғлүмәтте кире ҡаға[4]. Һуңыраҡ Патон күперендәге трамвай һыҙығын тергеҙеү пландары тураһында мәғлүмәт тарала[5], ләкин бер йылдан һуң трамвай юлдарын Контрактов майҙанынан һүтеү тураһында иғлан ителә, уларҙың юҡлығы Набережный шоссеһы буйлап юлды айыра, ә трамвай юлын Патон күпере аша тергеҙгән хәлдә әһәмиәте булмай.

Күперҙе реконструкциялау кәрәклеген беренсе тапҡыр 1990 йылда һөйләй башлайҙар. Әммә ул ваҡытта аҡса булмай. 2012 йылда үтәсәк футбол буйынса Европа чемпионатына әҙерлек барышы менән бәйле 2008 йылда реконструкциялау тураһында тағы һүҙ килеп сыға. Атап әйткәндә, проект әҙерләнә, уға ярашлы, уның тимер япмаһын еңел металл менән алмаштырыу планлаштырыла. Күперҙең киңлеге 21 метрҙан 38 метрға тиклем киңәйтеү күҙ уңында тотола[6]. Шулай ҙа финанс кризис менән бәйле күперҙе яңыртыу кисектерелә. 2011 йылдың 27 майында Украинаның премьер-министры Николай Азаров, Дарницкий тимер юлы һәм автомобиль юлдары күпере һәм Подольск-Воскресенск күпере аша сығыу юлдары төҙөлөп бөткәндән һуң Киевта Патон күперен реконструкциялау башлана тип белдерә[7].

{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Патон күпере
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?