For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Ежов Николай Герасимович.

Ежов Николай Герасимович

Ежов Николай Герасимович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 4 ғинуар 1922(((padleft:1922|4|0))-((padleft:1|2|0))-((padleft:4|2|0)))
Тыуған урыны Йәҙгәр, Волостновка ауыл Советы (Күгәрсен районы), Күгәрсен районы, СССР
Вафат булған көнө 1 март 1945(((padleft:1945|4|0))-((padleft:3|2|0))-((padleft:1|2|0))) (23 йәш)
Вафат булған урыны Польша
Ерләнгән урыны Польша
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Ежов Николай Герасимович (4 ғинуар 1922 йыл1 март 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Николай Герасимович Ежов 1922 йылдың 4 ғинуарында Йәҙгәр ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) тыуған. Тулы булмаған урта белем алғас, Чкалов өлкәһенең Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатында электрик булып эшләй. 1941 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул йылдан — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1945 йылдың мартында сержант Николай Ежов 3-сө Белорус фронты 2-се гвардия армияһы 154-се уҡсылар дивизияһы 571-се артиллерия полкының орудие командиры. Польшаны азат иткән саҡта батырлыҡ күрһәтә[1].

1945 йылдың 1 мартында, Бранево ҡалаһынан 30 километр көнсығышта Тифен-Зее күле районында һуғыш ваҡытында, Ежов орудиеһын тәгәрләтеп сығара һәм дошманға ҡарай ут аса, дошмандың терәк пунктын, 5 пулеметын, 20-гә яҡын һалдат һәм офицерын юҡ итә. Бер нисә тапҡыр дошман контратакаға күтәрелә, уларҙы кире ҡағыуҙа төп ауырлыҡ Ежов расчеты өҫтөнә ята. Дүртенсе контратака ваҡытында Ежовтың аяғы ҡаты яралана, әммә яралы тоҫҡаусыны алмаштырып ут асыуын дауам итә. Ежов алтынсы контратака ваҡытында ярсыҡтан һәләк була[2]. Бранево ҡалаһында ерләнгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» сержант Ежов Николай Герасимовичкә үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Медногорск ҡалаһында урам Ежов исеме менән аталған, ундағы йорттарҙың береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Ибраһим ауылы мәктәбенә, Ежов эшләгән Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатына ингән ерҙә Геройға бюст ҡуйылған[7].
  • Н. Г. Ежовтың һуңғы эш урыны — Медногорск баҡыр-көкөрт комбинатының электр цехы бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Ырымбур өлкәһенең Медногорск ҡалаһы үҙәгендә Геройҙар аллеяһында 2018 йылдың 1 октябрендә Н. Г. Ежовтың портреты менән гранит йондоҙ ҡуйылған[8].
  1. Ежов Николай Герасимович. «Герои страны» сайты.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 159/15, л. 2/188—190)
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 962, л. 3, 61, 62)
  5. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 667, л. 3)
  6. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 2044, л. 3)
  7. История Оренбуржья: Ежов Николай Герасимович (1922—1945).
  8. Металлурги ММСК возвели Аллею героев 2020 йыл 22 сентябрь архивланған.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Дриго С. В. За подвигом — подвиг. — Калининградское кн.изд., 1984.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 4. — Уфа, 1979.
  • Россовский В. П. «Золотые Звёзды Оренбуржья». Биографический справочник. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 512 с. — с. 149—150.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Ежов Николай Герасимович
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?