For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Мөздәлифә.

Мөздәлифә

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөздәлифә
ғәр. مزدلفة
Мөздәлифәлә мәсет
Мөздәлифәлә мәсет
Урынлашауы
21°23′33″ с. ш. 39°56′16″ в. д.HGЯO
Страна
[[ Сәғүд Ғәрәбстаны|Регион административ бүленеше]]Мәккә
Сәғүд Ғәрәбстаны
Красная точка
Мөздәлифә

Мөздәлифә (ғәр. مزدلفة‎) — Сәғүд Ғәрәбстанынының Мәккә ҡалаһы янындағы үҙән. Мина үҙәне менән Ғәрәфә тауы араһында урынлашҡан.Ғәрәфәт тауында көн буйы торғандан һуң хажиҙарҙы Мөздәлифә үҙәненә килтереп, таңға тиклем тоталар. Зөлхизә айының туғыҙында йыл һайын хаж ҡылырға килгән мосолмандар ошо үҙәнгә йыйыла. Бында улар шайтанға атыр өсөн ваҡ таш йыя. Таштар 49-ҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Шунан Мина үҙәненә алып китеп, хажиҙар өс көн дауамында шайтандарға таш аталар. Шайтанды Мина үҙәненә ҡуйылған өс бағана кәүҙәләндерә.

Мөздәлифәлә ҡыйыҡһыҙ мәсет бар, ул "Тыйыулы баҡса" тип атала. (әл-Мәш’әр әл-Харам)[1][2][3][4].

Мөздәлифәгә ныҡ төнләтеп аяҡ баҫтыҡ. Имамыбыҙ йәстеүгә аҙан ҡысҡырҙы ла күмәкләп намаҙға баҫтыҡ.

... Тарихи урындар. Ибраһим пәйғәмбәр үҙе биргән вәғәҙәгә ярашлы улы Исмәғилде Аллаһ ризалығы өсөн ҡорбанға килтерергә китеп барғанында ошо үҙәндән уҙған, ти. Кеше рәүешенә ингән шайтан Ибраһимдың ҡаршыһына сыҡҡан да:

- Улыңды салып енәйәт эшләйәсәкһең, һин бит төш күреп һаташҡанһың да шуға ышанып ҡына киләһең, - тип күңеленә шик һалып маташҡан. Пәйғәмбәр ерҙән таш алып бәргәс, шайтан юҡҡа сыҡҡан, әммә йәнә ике тапҡыр вәсвәсә һалып маташҡан. Пәйғәмбәр ҡотҡоға бирелмәгән, уны йәнә таш бәреп ҡыуып ебәргән. Иблис Исмәғилгә :

- Атайың һине ҡорбан итеп салырға алып бара, - тип бышылдай башлаған.

Малай:

- Атайым Аллаһ ризалығы өсөн быны эшләргә йыйына икән, нисә ғүмерем булһа ла бирер инем, - тип яуаплаған һәм һәр юлы уны таш бәреп ҡыуған.

Былар тыңламағас, Иблис Һәжәр Инәбеҙҙе ҡоторторға маташҡан. Берҙән-бер улы менән ниндәй хәл булыуы мөмкинлеген ишеткәс, изге әсә:

- Аллаһ ризалығы өсөн икән, мин нисә улым булһа ла ҡорбан ителеүенә риза булыр инем, - тип шайтанды ҡыуып ебәргән.

Тауға килеп еткәс, атаһының үҙен ҡорбанға килтерергә йыйынғанын күргән Исмәғил бер генә теләк әйткән:

- Атай, ни эшләргә йыйынғаныңды беләм. Салған саҡта күҙемә ҡарама, юҡһа, йәлләрһең. Ҡулымды муйыныма бәйлә, йөҙтүбән һал.

Ибраһим пәйғәмбәр ул әйткәнсә эшләргә йыйынғас, малай кинәт:

- Юҡ, атай, ҡулымды бәйләмә, юғиһә, Аллаһ мине үҙ тәҡдиремә риза булмаған тип уйлар, - тип, иҫ киткес тәҡүәлек менән ташҡа башын һалған.

Әммә үткер бысаҡ ҡапыл киҫмәҫ була, ә Ибраһим пәйғәмбәр асыуланып уны ергә атып бәргәс, ҡапыл телгә килгән дә:

- Мин дә бит Аллаға буйһонам, ә Уның улыңды салырға миңә рөхсәте юҡ, - тигән.

Ошо мәлдә Аллаһы Тәғәлә ергә бер һарыҡ төшөргән. Шунан бирле Ҡорбан байрамы үткәрелеп, унда айыра тояҡлы берәй мал салалар.

Ибраһим һәм улы Исмәғил тураһындағы риүәйәттәрҙә пәйғәмбәрҙәрҙең диндән яҙмаҫ өсөн ниндәй ҡорбандарға барыуы бәйән ителә. Уларҙың иман ныҡлығы, Алланың ҡушҡанына саҡ ҡына ла шик тотмауҙары, ошо юлда йәндәрен дә, иң ғәзиз ҡиммәттәрен дә аямауҙары тураһында был ҡомартҡы. Ошо инанғанлыҡ, һынауҙы ихласлыҡ, сабырлыҡ менән уҙғаны, тулы иман өсөн Алланың рәхмәтен алған улар. Хаҡ тәғәлә юлында үлемдән ҡурҡмауҙары менән үлемһеҙлеккә лайыҡ булғандар. Шуның өсөн дә улар - пәйғәмбәр [5]
  1. David E. Long The Hajj Today: A Survey of the Contemporary Pilgrimage to Mecca 1979.
  2. Danarto A Javanese pilgrim in Mecca 1989 Page 27.
  3. Lindsay Jones Encyclopedia of religion — 2005 Volume 10 — Page 7159.
  4. Ziauddin Sardar, M. A. Zaki Badawi — Hajj Studies 1978 — Page 32.
  5. Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.).
  • al-Muzdalifa / Buhl, F. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Гүзәл Ситдиҡова. Йәннәт баҡсаһы - Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Мөздәлифә
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?