For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Йәмиғ мәсете.

Йәмиғ мәсете

Йәмиғ мәсете
Мәҙинәлә Ән-Нәбәүи мәсете

Йәмиғ мәсете, йәки йома мәсете (ғәр. مسجد الجمعة‎ — ғәр. мәсжид әл-жүмға; (الجمعه‎) — әл-жәмәғү; (المسجد‎) — әл-мәсжид; шулай уҡ ғәр. مَسْجِد جَامِع‎ — мәсжид жәмәғә; جَامِع, жәми‘; төр. Ulu Cami; рус. Джума-мечеть, пятничная мечеть) — йома көнө бөтә мосолман йәмәғәте күмәк намаҙ (йома намаҙы) башҡарған мәсет. Намаҙ алдынан хатип (йышыраҡ ул имам була) йома хөтбәһе һөйләй.

Йәмиғ мәсете (ғәр. مَسْجِد جَامِع‎) термины осраған иң тәүге ғәрәп әҫәрҙәренең береһе — Ибн Әбдел Хәкәмдең «Мысыр, әл-Мәғриб һәм әл-Әндәлүсте яулап алыуҙар» китабы. Фустатта Әмр ибн әл-Ғәс тарафынан төҙөлгән һәм исламдың тәүге быуаттарында Мысырҙың төп мәсете masdschid dschāmiʿ тип атала[1]

Иртә ислам традицияһында ҙур үҙәк мәсеттәр һәм ҙур булмаған урындағы мәсеттәр араһында функциональ айырма булған. Башта һәр ҡалала бер йәмиғ мәсете генә була, унда йома намаҙҙары үткәрелә, ә ҡала кварталдарында даими намаҙҙар үткәреү өсөн кесерәк күләмдәге мәсеттәр төҙөлә. Йәмиғ мәсете янында ҡала хакимы йәки губернаторы ғәҙәттә үҙенең резиденцияһын төҙөй[2].. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына йәмиғ мәсете мәҙрәсә, дини үҙәк, хажиҙар һәм суфыйҙар зәүиәһе, нигеҙ һалыусының ерләнгән урыны функцияларын да башҡара[3] Ислам донъяһының ҡайһы бер өлөштәрендә, мәҫәлән, Мысырҙа башта йома намаҙҙары баш ҡаланан ситтә урынлашҡан ауылдарҙа һәм башҡа райондарҙа рөхсәт ителмәгән[4]. Ғәҙәти рәүештә вәғәз һөйләгән кафедра - мөнбәр, шулай уҡ миһраб, көмбәҙ һәм манара VIII быуат аҙағында иртә Ғәббәсиҙәр осоро йәмиғ мәсеттәренең стандарт атрибуттары булып китәләр[5]

Мосолман архитектураһы башланғысы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙинәләге Ән-Нәбәүи мәсетенең VII быуат уртаһына формалашҡан композицияһы ғәрәп тибындағы йәмиғ мәсеттәренең артабанғы үҫешенә башланғыс булып торған, ул ислам архитектураһында иң боронғо мәсеттәрҙең береһе булып тора[6].

Артабанғы быуаттарҙа, халыҡ һаны арта барған һайын, һәм ҡала хакимдарының Аллаһ алдында сауап алырға ынтылыуы арҡаһында бер тораҡ пунктта бер нисә йәмиғ мәсете булыуы ғәҙәти күренешкә әйләнә[7][8][9]. Мәҫәлән, хәҙерге заман Ҡаһирәһенең элгәре Фустатҡа VII быуатта берҙән-бер йәмиғ мәсете менән нигеҙ һалына, ә XV быуатта мәмлүктәр осоронда ҡалала 130 йәмиғ мәсете иҫәпләнә[10]. Йәмиғ мәсеттәре ислам донъяһының бөтә төбәктәрендә лә тарала[11]. Яңы йәмиғ мәсетен төҙөгәндә төп талап — дин тотоусы 40-тан артыҡ булырға тейеш булған[12].

  1. Vgl. Kitāb Futūḥ Miṣr wa-aḫbāri-hā, ed. M. al-Ḥuǧairī. Beirut: Dār al-Fikr 1996. S. 182, 188.
  2. Khuṭbah // The Oxford Encyclopedia of the Islamic World. — Oxford University Press, 2009. — ISBN 9780195305135.
  3. Мечеть /Большая российская энциклопедия (2004—2017).
  4. Masd̲j̲id // Encyclopaedia of Islam, Second Edition. — Brill, 2012.
  5. Petersen, Andrew. minbar // Dictionary of Islamic architecture. — Routledge, 1996. — P. 191—192.
  6. Akel Ismail Kahera, Latif Abdulmalik, Craig Anz. Design Criteria for Mosques and Islamic Centers: Art, Architecture and Worship. — Elsevier Architectural Press, 2009. — P. 16. — 93 p. — ISBN 9780750667968.
  7. Minbar // The Grove Encyclopedia of Islamic Art and Architecture. — Oxford University Press, 2009. — ISBN 9780195309911.
  8. Friday prayer // Encyclopaedia of Islam, Three. — Brill.
  9. Peri. .
  10. Doris. . — P. 295—316.
  11. Mosque // The Oxford Encyclopedia of the Islamic World. — Oxford University Press, 2009. — ISBN 9780195305135.
  12. Lexikon der Islamischen Welt, 1. Band, Kohlhammer, 1974, ISBN 3-17-002160-5, Seite 183
  • Власов В. Г. Мечеть // Новый энциклопедический словарь изобразительного искусства: В 10 т. — СПб.: Азбука-классика, 2006. — Т. V: Л — М.. — 768 с: ил. + вкл с.
  • Жуковский В. И., Копцева Н. П. Искусство Востока. Индия: Учеб. пособие. — Красноярск: Краснояр. гос. ун-т, 2005. — 402 с. — ISBN 5-7638-0575-5.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Йәмиғ мәсете
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?