For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Иҫке Байрамғол.

Иҫке Байрамғол

Ауыл
Иҫке Байрамғол
Иҫке Байрамғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Координаталар

54°43′47″ с. ш. 59°42′24″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 884 009

ОКТМО коды

80 653 484 121

Иҫке Байрамғол (Рәсәй)
Иҫке Байрамғол
Иҫке Байрамғол
Иҫке Байрамғол (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Байрамғол

Иҫке Байрамғол (шулай уҡ Әүеш) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Тунғатар ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 281 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253884009.

Байрамғол ауылына үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Әүешкүл күле буйында Мулдаҡай ауылы кешеләре нигеҙ һала. Бында 1824 йылда 49 ир-ат һәм 64 ҡатын-ҡыҙ күсеп килә. Старшина ярҙамсыһы Байрамғол Ғәбделйәлилов уға үҙ исемен бирә. X рәүиз ваҡытында уға 78 йәш була һәм ул үҙенең өлкән улдары менән йәшәй. Яңы ауылға Байрамғолдоң ҡустылары ла күсеп килә. X рәүиз ваҡытында ауылда 39 йортта 306 кеше йәшәй. 103 кешенең 180 аты, 40 һыйыры, 150 һарығы, 15 баш кәзәһе булған. Һандар күсмә тормоштоң рентабелһеҙлеген раҫлай. Шул уҡ 1842 йылда 40 бот ужым һәм 392 бот яҙғы иген сәселә.

Был ауыл бөгөн Иҫке Байрамғол тип атала. 1919—1930 йылдарҙа Тамьян-Ҡатай кантонының Туңғатар улусына ингән[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 281 148 133 52,7 47,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[3].


Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 65 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама (станция): 25 км[4].

Тауҙар

  • Әүеш тауы
  • Аҡсатүбә
  • Нәрәле тауы
  • Ҙур Көмәс тауы
  • Бәйрәмәле тауы

Күлдәр

  • Алагүл күле
  • Әүеш күле

Башҡа урындар

  • Мәсекәй һаҙлығы[5]

Иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ауыл эргәһендә, Әүештауҙа, мосолмандарҙың ғибәҙәт урыны - Рамаҙан әүлиә һәм шәйех Мөхәмәт Миғнан Алүстең ҡәберҙәре урынлашҡан[6][7][8]. Тау шулай уҡ Көньяҡ Урал дельтапланеристарынң күнекмәләр һәм ял итеү урыны булып тора. 50 гектар майҙанды биләгән Әүешкүл һәм уның тирә-яғы һаҡларға тәҡдим ителгән объекттар исемлегенә индерелгән[9].
  • Әүлиә шишмәһе
  • Әүлиә шишмәһе. Йәшлек гәзитендә мәҡәлә
  • Байрам урамы (рус. улица Байрам)
  • Илсе Ғайса урамы (рус. улица Илсе Гайса)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Яңы урам (рус. Новая улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[10]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  5. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
  6. leagull: Hanggliding and history of Aushkul (ФОТО)
  7. Әүлиә шишмәһе. Статья в газете Йәшлек 2014 йыл 15 июль архивланған.  (баш.)
  8. Передача на радио [[Юлдаш (радио)|Юлдаш(баш.).](недоступная ссылка)
  9. http://аушкуль.рф/lake-aushkul.html(недоступная ссылка) Аушкуль
  10. Госсправка сайтында урамдар исеме


{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Иҫке Байрамғол
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?