For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Ибраһими диндәр.

Ибраһими диндәр

Эре ибраһими диндәрҙең тамғалары: Йәһүҙилек (өҫтә), Христианлыҡ (һулда) һәм Ислам (уңда).
Ер шарында ибраһими (алһыу) һәм дхармик (һары төҫтә) диндәрҙең таралышы

Ибраһими диндәр — боронғо семит халыҡтарының уртаҡ дини йолалары нигеҙендә барлыҡҡа килгән монотеистик (бер Аллаға ышаныусан) диндәр төркөмө. Риүәйәттәр буйынса, бөтә семит халыҡтарының шәжәрәһе Ибраһим пәйғәмбәргә барып тоташа — «ибраһими диндәр» атамаһы ошонан килә. Донъяла киң таралған ибраһими диндәр һанына йәһүҙилек, христианлыҡ һәм ислам инә.

Йәһүҙилек үҙен Ибраһим пәйғәмбәрҙең ейәне Яҡуп тоҡомоноң дине тип таныта — туфан ҡалҡҡандан һуң кеше нәҫелен тергеҙгән Нухтың иң яратҡан улы Сам булған, Ибраһим иһә Самдың тура тоҡомонан килә. Христианлыҡ I быуатта йәһүҙилектең бер йүнәлеше булараҡ башланып, үҙенсәлекле ҡараш-тәртиптәрен тиҙ үҫтерә һәм айырым дингә әүерелә; уның айырмалы һыҙаттарының иң мөһиме — йәһүҙилектең «айырым алынған халыҡтың махсус дине» үҙаңы урынына «бар халыҡтарҙың дини берләшмәһе» (йәғни христиан сиркәүе) идеяһы. Ислам VII быуатта Мөхәммәт пәйғәмбәр тарафынан Ҡөрьән тәғлимәттәренә терәлеп нигеҙләнә; уның тәү тамырҙары йәһүҙилек һәм христианлыҡ менән йәнәш килә һәм ерле ғәрәп ғөрөф-ғәҙәттәренә таяна. Исламдың үҙенсәлекле һыҙаты ─ христианлыҡҡа оҡшаш бөтә кешеләр һәм бар халыҡтар өсөн асыҡ булыуы һәм шул уҡ ваҡытта христианлыҡтың ҡатмарлы «бер уҡ ваҡытта бөр бөтөн һәм өс заттан тороусы» тигән Аллаға ҡарашы урынына асыҡтан-асыҡ берҙәм монотеистик ҡарашы.

Өс дин тарихтары ағымында йәнәш үҫә килә һәм бер-береһенә йоғонто яһай. Улар бер-береһенә айырылғыһыҙ рәүештә бәйләнгән тип иҫәпләнә — сығыштары менән ҡәрҙәш булыуҙан тыш, улар төп һыҙаттарында ла билдәле яҡынлыҡ күрһәтә:

  • Өсөһө лә үҙҙәрен монотеистик дин тип иҫәпләй (шулай ҙа, ислам да, йәһүҙилек тә христиалыҡтың быға дәғүәһенә шик менән ҡарай); өсөһө лә Алланы танып белерлек булмаған, бар донъяны яратыусы һәм әхләҡи ҡанун биреүсе иң юғары зат тип күрә.
  • Өсөһө лә Ибраһим пәйғәмбәргә бәйле дини йолаларҙы таный.
  • Өсөһө лә изге китаптарында бәйән иткән кешеләр, ваҡиғалар һәм ҡитғалар күпселегендә бер-береһенә тап килә (хәйер, бер үк ваҡиғаларҙы тасуирлау юлдары, шәхестәрҙең ролдәре һәм дөйөм баһалар йыш ҡына бер-береһенән айырылып тора).
Донъяла диндәр таралышы (%)

Бөгөнгө көндә ошо өс динде барлығы 3.8 миллиард самаһы кеше тота — был ер йөҙөндә торған бөтә халыҡтың яҡынса яртыһын тәшкил итә.

Ибраһими диндәр донъяла таралған башҡа диндәргә, әйтеп үткәндә индуизмға, буддизмға, сикхизмға, джайнизмға, конфуцианлыҡҡа һәм даосизмға ҡаршы ҡуйыла. Был диндәр Һиндостанда таралған дхармик һәм Көнсығыш Азияла таралған даоик дин төркөмдәренә ҡарай.

Башҡа ибраһими диндәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрҙә күрһәтелгән өс диндән тыш, түбәндәгеләр ҙә ғәҙәттә Ибраһими диндәр һанына инә, тип иҫәпләнә. Был диндәрҙең өсөһө лә сикләнгән төбәктәрҙә генә таралған:

  • растафарианлыҡ
  • бахаи
  • караизм
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Ибраһими диндәр
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?