For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Дала.

Дала

Дала
Рәсем
 Дала Викимилектә

Дала — Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарҙа уртаса һәм субтропик зоналарҙа үләнле үҫемлектәр ҡаплаған тигеҙлек. Далаларға, һыу ятҡылыҡтары буйлап һәм ултыртылған яһалма урман һыҙаттарын иҫәпкә алмағанда ағастар булмауы йәки әҙ генә булыуы хас .

Төрлө континенттарҙа дала төрлөсә атала: Төньяҡ Америкала — прерия; Көньяҡ Америкала — пампа, йәки пампастар, ә тропиктарҙа — льянос. Африкала һәм Австралияла аналогы булып — саванна. Яңы Зеландияладала туссока тип атала.

Дала — тарихи төшөнсә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дала балбалы. Киев. Ботаника баҡсаһы

Урыҫ тарихында дала тәбиғи зона ғына түгел, ә төрлө сығышлы күсмә халыҡтарҙың йәшәү урыны ла — уларҙы «дала» төшөнсәһе берләштерә. Украина һәм Көньяҡ Рәсәй территорияһында шул ваҡыттан бер аҙ таш балбалдар — рус. «скифские бабы» тороп ҡалған.

Башҡортостан далалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII—XIX быуаттарҙа Башҡортостан далаларының күпселек өлөшө һөрөлә, ХХ быуаттың 60‑сы йылдарында СССР-ҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү кампанияһы ваҡыытында сиҙәм ерҙәр юҡ ителә. Далаларҙың төп майҙандары Уралдың көньяҡ битләүҙәрендәге ҙур булмаған урындарҙа, Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдында һөрөргә яраҡһыҙ ерҙәрҙә һаҡланып ҡала.

Урал аръяғы дала зонаһы Баймаҡ, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондарының көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә ала[1]

Урал алды дала зонаһына Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Бәләбәй,Дәүләкән, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровка,Шишмә, Әлшәй райондары, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез райондарының көнбайыш өлөшө инә [2]

Үҫемлектәр донъяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урал аръяғы далаһы. Ейәнсура районы, Суртан Үҙәк йылғаһы тамағы.

Башҡортостан далаларына кәҫлек ҡыяҡлылары — бүтәгә, Залесский ҡылғаны, сүл һолобашы, һылыу ҡылған һ.б. һәм күрәндәр өҫтөнлөк иткән үлән ксерофиттары төркөмдәре хас. Ҡуҙаҡлылар — астрагал, йылҡы борсағы, ҡыйыҡтаж, люцерна төрҙәре, тау клеверы һ.б., төрлө дала үләндәре - башаҡлы юшан, урыҫ бөрмәкәйе, ябай ерек ҡураһы һ.б. үҫә.

Ағаслыҡтар дала йылғалары буйында ғына һирәкләп осрай, йә улар махсус ултыртылған, ҡырлы тубылғы, ҡыуаҡлы сейә, ҡыуаҡлы селек, тәпәш миндаль һ.б. ҡыуаҡлыҡтар таралған.

Дала төрлө үләнгә бай — 100 м² майҙанда 80—100 төргә етә. Тупраҡ ташлы, шул сәбәпле петрофиттар — саталы ҡоторма, себер суҡмарбашы, үтә ябай оносма, ҡанүлән төрҙәре һ.б., тау тоҡомдары сыҡҡан урындарҙа ҡуян кәбеҫтәһе һәм энәле ҡәнәфер өҫтөнлөк итә. Урманлы дала өлөшөндә, бигерәк тә Урал аръяғының төньяҡ өлөшөндә һәм республиканың төньяҡ‑көнсығышында ҡылғандарҙың бер нисә төрө һәм болон туҡранбашы, ҡырҡъяпраҡ, сысҡан кәрешкәһе, ромашка һ.б. таралған.

Уҙған быуаттың 70—80‑се йылдарында күпләп мал көтөү арҡаһында экология тигеҙлеге боҙола, үҫемлек төркөмдәрендә бүтәгәнең, ваҡ әремдең, ялбыр ҡылғандың өҫтөнлөк итеүенә килтерә. ХХ быуат башында мал һаны кәмей, далаларҙа тергеҙелеү процесы башлана.

Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына 70‑кә яҡын һирәк осрай торған дала үҫемлеге индерелгән[3].

  • Степь / Р. В. Камелин // Социальное партнёрство — Телевидение. — М. : Большая российская энциклопедия, 2016. — С. 233—234. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 31). — ISBN 978-5-85270-368-2.
  • Степи // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Чибилёв А. А. Лик степи: Эколого-географические очерки о степной зоне СССР. — Л.: Гидрометеоиздат, 1990. — 192 с. — ISBN 5-286-00104-1.
  • Крашенинников И. М., Кучеровская-Рожанец С. Е. Природные ресурсы Башкирской АССР. Т. 1. Л., 1941;
  • Жудова П.П. Геоботаническое районирование Башкирской АССР. Уфа, 1966.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Дала
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?