For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Гренобль.

Гренобль

коммуна
Гренобль
франц. Grenoble
Герб[d] Логотип
Герб Логотип
Ил

Франция

Регион

Овернь — Рона — Альпы

Департамент

Изер

Координаталар

45°11′16″ с. ш. 5°43′37″ в. д.HGЯO

Мэр

Эрик Пьолле

Майҙаны

18,44 км²

Бейеклеге

212 м

Халҡы

160 779 кеше (2014)

Тығыҙлығы

8 800 кеше/км²

Телефон коды

+33 476

Почта индексы

38000, 38100

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

38

Код INSEE

38185

Рәсми сайт

ville-grenoble.fr

Награды

Хәрби тәре 1939—1945 (Франция)

Гренобль (Франция)
Гренобль
Гренобль

Грено́бль' (франц. Grenoble [gʁə.ˈnɔbl] ; Grenoblo, окс. Grenòble) — Францияның көньяҡ-көнсығышындағы ҡала һәм коммуна. Изер департаментының һәм Дофине өлкәһенең тарихи үҙәге[1]. Француз Альпының эре сәнәғәт, ғилми һәм университет үҙәге. Халҡы 160 779 кеше (2014).

Физико-географик характеристикаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гренобль Изер йылғаһы буйында Альп тауҙары араһында өс үҙән буйында урынлашҡан: Шартрёз, Бельдон, Вектор тау массивтары.

Диңгеҙ өҫтөнән бейеклеге — 214 м. Климаты Урта диңгеҙ йоғонтоһо булған уртаса-континенталь.

Йәйгеһен максмаль температура — 35 °C булһа, ҡышын −10 °C тиклем төшә.

Гренобля климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 6,2 9,0 13,7 16,9 21,8 24,8 27,9 27,4 23,2 17,4 10,5 6,8 17,1
Уртаса температура, °C 2,4 4,6 8,1 11,1 15,7 18,7 21,3 21,0 17,3 12,4 6,5 3,3 11,9
Уртаса минимум, °C −1,3 0,1 2,5 5,3 9,6 12,6 14,8 14,5 11,4 7,5 2,5 −0,2 6,6
Яуым-төшөм нормаһы, мм 84 79 78 80 83 86 72 79 99 94 92 82 1008
Сығанаҡ: Météo France

III быуатта аллоброгтар хәҙерге ҡала урынында Куларо исемле нығытма төҙөй. 380 йылда, Грациан императоры ваҡытында Грацианополь атамалы ҡала булып китә.

Рим империяһы тарҡалғандан һуң, ҡала Арелат бургунд батшалығы биләмәһенә була. Ә 1032 йылдан ул Изге Рим империяһы составына инә.

1349 йылда был ерҙәр Францияға һатыла. Францияның иҫке тәртибе ваҡытында Гренобль Дофине провинцияһының үҙәге булып һаналған.

Үҙенең географик урыны арҡаһында Гренобль Савой герцогтар менән француз һуғыштары өсөн сик ҡәлғә һәм плацдармға әйләнә.

Итальян һуғыштары ваҡытында Гренобль тирәләй француз әрмеһе фатирҙарға урынлаштырыла. Был фатирҙарҙа урындағы дворяндар айырылып тора, мәҫәлән, Пьер Террайль де Баярдю

Һуғыш хәрәкәттәре барғанлыҡтан ҡалаға йыш ҡына королдәр: Франция короле Карл VIII, Людовик XII һәм Франциск I килә.

XVII быуат башында Гренболь менән маршал Ледигьер Франсуа де Бонн идара итә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлығы өсөн ҡала Францияны азат итеү ордены һәм Францияның Хәрби тәреһе менән бүләкләнгән.

1956 йылда Гренболдә X Ҡышҡы Олимпия уйындары үтә.

Иҫтәлекле урындар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бастилия — XIX быуат яртыһында эргәләге тауҙың битләүенән Гренболь күренгән урында төҙөлгән нығынған ҡәлғә. Был урынға туристар бик күпләп йөрөй. 1934 йылда өәлғә ҡоромаларында ҡарау майҙансыҡтарына һауа(эленгән) канат линияһы һалына.
  • Сен-Лоран археология музейы —бында төрлө археологик экспедиция табыштар коллекцияһы һаҡлана. Бина XII быуат Бенедиктиндар сиркәүендә урынлашҡан.
  • Гренобль парламенты бинаһы — бында Дофине юғары суд органы ултырышы үткәрелә, бина 1478 һәм 1539 йылдар арауығында төҙөлгән.
  • Гренобль музейы Боронғо Мысыр, Греция һәи Рим тарихы буйынса археологик экспонаттарын һаҡлай.

Ғилем һәм мәғариф

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ILL-ESRF site — Ғилми полигон: ғилми ядерлы реакторға ILL һәми Европа синхротроны йөҙөгөнә ESRF күренеш

Греноблдә 3 университет һәм бер нисә икенсе юғары уҡыу йорттары бар:

  • 1 Гренобль университеты.
  • 2 Гренобль университеты
  • 3 Гренобль университеты — билдәле гренбольсы Стендаль исемен йөрөтә.
  • Гренболь Политехник институты

1968 йылда Гренобле X Ҡышҡы Олимпия уйындары үтә.

Ҡала менән бәйләнгән билдәле кешеләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Пьер де Баярд — «ҡурҡыу һәм шелтә белмәҫ рыцарь» ҡушаматы алған полководец.
  • Антуан Барнав — сәйәси эшмәкәр һәм аҡыл эйәһе, революционер, 1789-91 йылдарҙа Франция Ойоштороусы йыйылышының депутаты.
  • Вика, Луи — инженер, Портландцемент уйлап табыусыһы.
  • Жан-Франсуа Шампольон — египтологияға нигеҙ һалыусы ориенталист-тарихсы һәм лингвист.
  • Стендаль — яҙыусы.
  • Рене Арну — автогонщик, Формула-1 пилоты.
  • Жан Батист Жозеф Фурье — физик һәм математик, шул уҡ ваҡытта 1802 йылда ҡуйылған Изер департаментының Префекты.
  • Пётр Юлиан Эймар (1811—1868) — католик илаһи.
  • Фабрис Беллар — программист, ирекле программа менән тәьмин итеү авторы.
  • Андре Гигант — профессиональный рестлер, Бөтә Донъя Рестлингында (WWF) сығыш яһай.
  • Каложеро Жозеф Сальватор Мориси — композитор һәм класик музыка башҡарыусы, йырсы.
  • Рауль Франсуа Мари — химик һәм физик, Париж ғилми академияһы ағза-корреспонденты(1890).
  • Сорин Кристоловеану — физик, микроэлектроника инженеры, изоляторҙа кремнийҙы етештереү алымдары технологияларының авторы.
  • 1 август 1790 йыл — 21 ноябрь 1790 йыл — Антуан Барнав
  • 28 февраль 1848 йыл — 5 май 1848 йыл — Фредерик Фарконне
Изер йылғаһы буйы Киске Гренобль панорамаһы Бастилияға күренеш
  1. Гренобль // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

Ҡалып:Столицы зимних Олимпиад

{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Гренобль
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?