For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Бәрәғәт кисәһе.

Бәрәғәт кисәһе

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Бәрәғәт кисәһе (ғәр. ليلة منتصف شعبان‎, төр. Beraat Kandili) — мосолман йыл хисабы буйынса шәғбан айының 14-нән 15-се төнөнә тура килгән кисә. Бәрәғәт һүҙе ғәрәпсәнән «берәй ауырлыҡтан, бәләнән ҡотолоу» мәғәнәһендә тәржемә ителә.

Мосолмандар инаныуынса, был төндә Аллаһы тәғәлә бәндәләрҙең йыллыҡ яҙмышын, күрәсәген билдәләй. Шулай уҡ ике Бәрәғәт кисәһе араһында вафат булаһы кешеләрҙең исемдәре теркәлә. Бәрәғәт гонаһтарҙан арыныу, бәхет һәм именлек, уңыштар һәм изгелектәр иңә торган кисә дип һанала. Шуға күрә был төндә мосолмандар Аллаһы тәғәләнән үҙҙәренең һәм мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауын һорап доға ҡылалар.

Шулай ук был кисәлә Ҡөрьән Ләүхе-л — Мәхфүздән (ru) иңгән тип һанала.

Мосолмандар өсөн Ҡәҙер кисәһенән ҡала иң изге кисә — Бәрәғәт кисәһе, сөнки Ҡөрьән беренсе мәртәбә Бәрәғәт кисәһендә иңдерелгән һәм Ҡәҙер кисәһендә Мөхәммәт с.ғ.с. вәхи ала башлаған.

Бәрәғәт кисәһендә киләсәк бер йыл эсендә донъя йөҙөндәге бөтә мәхлүҡәттең яҙмышы, ризыҡтары, яңы тыуасаҡ, шулай уҡ йыл эсендә вафат буласаҡ кешеләр — барыһы ла ошо кистә билдәләнә тип һанала.

Был кисәнең бөйөклөгөнә Ҡөрьәндең «Әд-Духан» сүрәһенең беренсе алты аяты көслө дәлил булып торалыр:

« 1.Ха мим.

2. Һәм асыҡ аңлайышлы китап менән ант итәмен!

3. Беҙ уны мөбәрәк төндә иңдерҙек. Хаҡиҡәттә, Беҙ — өгөтләүселәр.

4. Унда һәр бер хикмәтле әмер айырылып бирелә.

5. Беҙҙең әмеребеҙ буйынса, хаҡиҡәттә, Беҙ — ебәреүселәр!

6. Раббыңдың рәхмәтенән, Ул, хаҡиҡәттә, ишетеүсе һәм белеүсе бит!


 [1]:1-30/ [1]
»

Ышаныслы хәҙистәрҙә был төндә, көнсөлдәрҙән, сихырсыларҙан, эскеселәрҙән, туғандары менән аралашмаған, ата-әсәһен тыңламағандарҙан, уйнашсыларҙан, тәкәбберҙәрҙән һәм фетнәселәрҙән башҡа мосолмандарҙың барлыҡ гонаһтары ғәфү ителә, тип әйтелә[2].

  • Али-заде, А. А. Бараа (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.

Викидәреслектә

  • Ҡөрьән Кәрим (башҡортса) [3]
  1. [1]
  2. [2] 2018 йыл 3 май архивланған.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Бәрәғәт кисәһе
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?