For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Бишҡурай (Илеш районы).

Бишҡурай (Илеш районы)

Бишҡурай
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Бишҡурай ауыл Советы (Илеш районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Бишҡурай ауыл Советы (Илеш районы)
Халыҡ һаны 433 кеше (2010)[2],
469 кеше (2002)[3],
444 кеше (2009)[3]
Почта индексы 452268
Карта

Бишҡурай (рус. Бишкураево) — Башҡортостандың Илеш районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 433 кеше[4]. Почта индексы — 452268, ОКАТО коды — 80230816001.

  • 1751 йылдан алып Бишҡураз исеме менән билдәле булған. Атамаһы беренсе төпләнеүселәр ауылға нигеҙ һалыу хөрмәтенә 5 әтәс (фарсы-иран телендә ҡураза - әтәс) салыуы тураһындағы риүәйәткә бәйле. 1858 йыл һәм 1865 йылдар араһында ауылдан Кесе Бишҡураз ауылы бүленеп сыҡҡан. Шул йылдарҙа Оло Бишҡураз тип тә аталып йөрөгән. Һуңыраҡ, күрәһең, аңлашылмаған Бишҡураз атамаһы үтә лә таныш Бишҡурай һәм Кесе Бишҡурай исеменә әйләнеп киткән.

Ауылға нигеҙҙе, күрәһең, Ҡырғыҙ улусы башҡорттары һалған. XVIII быуатҡа ҡараған документтарҙың береһендә "Бикҡураз ауылы (шулай уҡ Ҡырғыҙ ауылы)" тигән юлдар бар. Тораҡ пункты Йәлдәк улусының Сырым түбәһенә` ҡарай. Унда йәшәгән аҫаба башҡорттар 1751 йылда шул уҡ улустың башҡа аҫабалары менән бергә Костоватый тип йөрөтөлгән һыу ятҡылығын балыҡ тотоу өсөн урыҫ крәҫтиәндәренә ҡуртымға биреүҙә ҡатнаша. Ер хужалары араһында йөҙ башы Килмәт Нурмешев һәм рядовой аҫаба Санъяп Мөслимов һөйләшеүҙәр алып барыуҙа бик әүҙемлек күрһәтә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Килмәттең улы Баязит Килмәтов аҙаҡ Йәлдәк улусы старшинаһы булып китә[5].

Тағы ла бер документтан өҙөк: "1780 йылда Бишҡурай ауылы кешеләре йөҙ башы Иблеәмин Йәҙегәров, рядовой аҫаба башҡорттар Алаҡай Солтанбәков, Бәхтийәр Араптанов, Әбиш Мөслимов. Бикҡол Аташев, Моҡай Исаев, Йәҙегәр Әббелев, Шәриф Йәҙегәров һәм старшина Баязит Килмәтов Өфө сауҙагәре А. М. Подьячевтан 2 айҙан һуң ҡайтарып биреү шарты менән бурысҡа 50 һум аҡса, "төрлө тауар" (100 һумлыҡ) ала"[5].

1795 йылда үткәрелгән рәүиз документтарында ауылда 166 аҫаба башҡорт һәм 111 типтәр йәшәүе теркәлә. 1917 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә тораҡ пунктында 1140 башҡорт һәм 506 типтәр йәшәй. Ә 1920 йылда ауыл кешеләренең бөтәһе лә (1 666 кеше) үҙҙәрен башҡорт милләтенән тип яҙҙыра. Ауылда 1762 йылда яһаҡ татарҙары ла йәшәгән була, уларҙың һәм типтәрҙәрҙең ҡасан килеп төпләнеүе тураһында бер мәғлүмәт тә бирелмәй. Бер документта: "Ер биләмәләрен типтәрҙәр аҫаба башҡорттарҙың рөхсәте нигеҙендә файҙалана" тигәне юлдар бар. 1870 йылда типтәрҙәр башҡорттар тип иҫәпкә алынған булырға тейеш[5].

1858 һәм 1870 йылдар арауығында Бәләкәй Бишҡурай ауылы хасил була. Әммә 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтарында тораҡ пункттары 1-се һәм 2-се Бишҡурай тип билдәләнһә лә халыҡ һаны бер ауыл булараҡ иҫәпләнелә. 1925 йылда Бәләкәй Бишҡурайҙа 85 хужалыҡ була. Бишҡурай ауылында йорт старшинаһы Ғайнан Баязитов (1764 — 1811) йәшәй. Уның улы Мөхөмөтйан Ғайнанов урядник вазифаһында 1830 — 1831 йылдарҙа 7-се башҡорт полкы менән Могилев ҡалаһында хәрби хеҙмәттә була, әсиргә төшкән поляк баш күтәреүселәрен оҙатып бара. Ғайнандың башҡа балалары: Әбделвәхит, Әбдрәшит, Әбделлатиф, Әбделкәрим, Мөхәмәтғәли, Әхмәтйән.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1142 524 618 45,9 54,1
1959 йыл 15 ғинуар 780 355 425 45,5 54,5
1970 йыл 15 ғинуар 717 323 394 45,0 55,0
1979 йыл 17 ғинуар 646 286 360 44,3 55,7
1989 йыл 12 ғинуар 543 247 296 45,5 54,5
2002 йыл 9 октябрь 469 218 251 46,5 53,5
2010 йыл 14 октябрь 433 224 209 51,7 48,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Бишҡурай (Илеш районы)
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?