For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Бикбау (Татарстан).

Бикбау (Татарстан)

Ауыл
Бикбау
татар. Бикбау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Минзәлә

Ауыл биләмәһе

Бикбау

Координаталар

55°40′ с. ш. 53°26′ в. д.HGЯO

Халҡы

770 человек (2000)

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 85555

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

16, 116

ОКАТО коды

92 240 000 014

ОКТМО коды

92 640 412 101

ГКГН номеры

0142805

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бикбау (Рәсәй)
Бикбау
Бикбау
Бикбау (Татарстан) (Татарстан)
Бикбау

Бикбау — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы. Бикбау ауыл биләмәһе составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл Ыҡ буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Бикбау (Бикбулат) — йәнәй ырыуы башҡорттарының ауылы. XVII быуаттың икенсе яртыһынан һуңыраҡ түгел нигеҙләнгән тип иҫәпләнә[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Йәнәй улусы Туғыҙ түбәһенә ҡарай. 11-се башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс Семиостровная улусы составына керә, ә 1918 йылдан Әтрәкле улусының үҙәге була. XIX быуат уртаһына тиклем ике ауылдан — Бикбау һәм Бикбау-Яҡуп ауылдарынан тора, 1902—1932 йылдарҙағы рәсми сығанаҡтарҙа шулай уҡ ике тораҡ пункт иҫәпкә алына — Беренсе Бикбау һәм Икенсе Бикбау.

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда ауылдың 65 кешеһе ихтиласыларҙың яғында һуғыша[1].

1815 йылда 3 мәсет булған, 1842 йылда беренсе мәсет ҡарамағында мәҙрәсә, ә ҡалғандарында — мәктәптәр теркәлгән. XIX быуат аҙағында ауылда 3 ел тирмәне эшләгән[2][1].

1920 йылдарҙа аслыҡ һөҙөмтәһендә ауыл халҡының иҫәбе ныҡ кәмей. Коллективизация осоронда ауылда «Ҡорыч» колхозы ойошторола, ул 1956 йылда «Победа» колхозының нигеҙе булып тора. 1961 йылда был колхоз эреләтелгән «Гигант» колхозына керә[1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Минзәлә районы, 1954 йылдың 19 февраленән — Матвеево районы, 1959 йылдың 19 ноябренән — Минзәлә районы составында була[1].

1795 йылда ауылда ир енесле 477 йән башҡорт һәм 186 типтәр; 1816 йылда — 600 башҡорт (шуларҙың 12-һе — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 131 типтәр; 1834 йылда — 739 башҡорт (шуларҙың 9-ы — ике ҡатынлы, 1-һе — өс ҡатынлы) һәм 191 типтәр; 1870 йылда — 1812 башҡорт һәм типтәр йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1795185818701897191319201926193819581970197919892000
6601592181220692898274023772443212421701891971770

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Сәйетбаттал Сәйфуллин — 6-сы башҡорт полкы составында 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнаша. «1812 йыл» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән.
  • Илкәй Араптанов — поход старшинаһы. 1806—1807 йй. Наполеон Францияһына ҡаршы Пруссия кампанияһында ҡатнаша.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия. Т. 1. — С. 381.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 116—125. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Бикбау (Татарстан)
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?