For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Акимкин Василий Геннадьевич.

Акимкин Василий Геннадьевич

Акимкин Василий Геннадьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 июль 1965(((padleft:1965|4|0))-((padleft:7|2|0))-((padleft:3|2|0))) (59 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Себер дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы Почёт ордены Пирогов ордены Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы

Акимкин Василий Геннадьевич (3 июль 1965 йыл) — Рәсәй ғалим-эпидемиологы. Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2016, 2014 йылдан ағза-корреспонденты), Рәсәй Медицина фәндәре акалемияһының ағза-корреспонденты (2011)[1], медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының баш дәүләт санитар табибы (2007—2010). Роспотребнадзорҙың эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институты директоры (2018 йылдан), И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетының дезинфектология кафедраһы мөдире (2009).

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2017)[2]. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2010).

Новосибирск дәүләт медицина институтының медицина факультетында дүрт курсты уҡығандан һуң Томск медицина институтының хәрби-медицина факультетына күсерелә һәм уны 1988 йылда тамамлай. 1994 йылда Хәрби-медицина академияһының етәкселек итеүсе медицина составы факультетын «эпидемиология» һөнәре буйынса отличие менән тамамлай.

1988—1991 йылдарҙа армияла, Киев хәрби округының уҡыу үҙәгендә табип булып хеҙмәт итә. 1988 йылда Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

1994 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 736-сы санитар-эпидемиологик күҙәтеү үҙәге санитар-эпидемиологик лабораторияһының эпидемиология бүлегенең өлкән эксперт-табибы итеп тәғәйенләнә. 1995 йылдан алып Н. Н. Бурденко исемендәге Баш хәрби клиник госпиталдә табип-эпидемиологтан госпиталь начальнигының ғилми-методик эштәр буйынса урынбаҫары — ғилми-методик үҙәк начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә[3], госпиталдең баш эпидемиологы була[4][5], үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының госпиталь инфекциялар лабораторияһының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре була[4].

1999 йылдан 2005 йылға тиклем аспирантураның медицина-профилактика факультетының эпидемиология кафедраһы профессоры, ә 2009 йылдан — Рәсәй Федерацияһында дезинфектология кафедраһын, И.M. Сеченов исемендәге Беренсе МДМУ профессиональ белем биреү институтының был дисциплинаға махсуслашҡан берҙән-бер кафедраһын етәкләй.

2007—2010 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының баш санитар табибы[3].

2011 йылдан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү федераль хеҙмәтенең ғилми-тикшеренеү институтының фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары.

2018 йылдан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү федераль хеҙмәтенең эпидемиология Үҙәк ғилми-тикшеренеү институты директоры.

«Эпидемиология и вакцинопрофилактика» журналының баш мөхәррире урынбаҫары[6]. «Санитарный врач» журналының мөхәрририәт ағзаһы[7].

Бөтә Рәсәй микробиологтар, эпидемиологтар һәм паразитологтар фәнни-практик йәмғиәте рәйесе урынбаҫары. Инфекционистарҙың милли ғилми йәмғиәте идараһы[8] һәм коммерцияныҡы булмаған «медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле инфекция контроле буйынса белгестәрҙең милли ассоциацияһы» партнерлығы ағзаһы[9]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперты булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһының медицина һәм профилактик фәндәр буйынса эксперттар советы секретары[10], эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институтының Д 208.114.01 диссертацион советы ағзаһы[11].

1995 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы, 1999 йылда — докторлылыҡ диссертацияһы яҡлай. Уның етәкселеге аҫтында 4 докторлыҡ һәм 17 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана[12].

Почет ордены (2006), шулай уҡ Почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Рәсәй Федерацияһы оборона министрының, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрының, Рәсәй Федерацияһының баш дәүләт санитар табибының, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының, Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм өлкәләре министрлыҡтары һәм департаменттарының Рәхмәт хаттарына эйә[12]. «Фундаменталь фән һәм медицинаға ҡарамаған һөнәрҙәр вәкилдәренең медицина үҫешенә индергән өлөшө өсөн» номинацияһында Рәсәйҙең иң яҡшы табиптарына бирелгән «Призвание» Милли премияһы лауреаты(2011)[13].

600 баҫылып сыҡҡан фәнни хеҙмәттәр, шул иҫәптән 6 монография, 7 ҡулланма, 2 китап, 40-тан ашыу методик әсбаптар, күрһәтмәләр һәм тәҡдимдәр, санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр, Рәсәй Федерацияһының 2 уйлап табыу буйынса патенты авторы[12].

  • 50 лет со дня рождения Акимкина Василия Геннадьевича / Редакционная // Вестник Российской академии медицинских наук. 2015. 70 (4).
  • Организация деятельности врача-эпидемиолога лечебно-профилактического учреждения : руководство / В. Г. Акимкин. — М. : МЦФЭР, 2005. — 272 с. — (Библиотека журнала «Здравоохранение»). — ISBN 5-7709-0315-5
  1. Акимкин Василий Геннадьевич. | ИС АРАН
  2. О присуждении премии Правительства Российской Федерации 2017 года в области науки и техники 2017 йыл 5 ноябрь архивланған.
  3. 3,0 3,1 http://www.epidemiolog.ru/persons/?ELEMENT_ID=885
  4. 4,0 4,1 Федеральный учебно-методический центр, интернет вещание, интернет обучение, интернет трансляция, on-line телевидение, обучение закупке, on-line трансляция, госзакупки обучение… 2017 йыл 30 декабрь архивланған.
  5. Учиться надо постоянно: интервью с В. Г. Акимкиным // Больница. 2001. № 5. С. 5-8.
  6. Эпидемиология и Вакцинопрофилактика
  7. eLIBRARY.RU — Журнал «Санитарный врач»
  8. Руководство | Национальное научное общество инфекционистов 2017 йыл 23 декабрь архивланған.
  9. Архивированная копия. Дата обращения: 23 декабрь 2017. Архивировано 23 декабрь 2017 года. 2017 йыл 23 декабрь архивланған.
  10. http://vak.ed.gov.ru/documents/10179/0/Состав%20Экспертного%20совета%20по%20медико-профилактическим%20наукам.doc/d8f51770-3737-4c67-a673-5d900347753d(недоступная ссылка)
  11. Диссертационный совет. ФБУН Центральный НИИ эпидемиологии Роспотребнадзора 2017 йыл 18 декабрь архивланған.
  12. 12,0 12,1 12,2 50 лет со дня рождения Акимкина Василия Геннадьевича / Редакционная // Вестник Российской академии медицинских наук, 2015 70 (4).
  13. Лучшие врачи России 2018 йыл 14 июнь архивланған.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Акимкин Василий Геннадьевич
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?