For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Айҙың ярылыуы.

Айҙың ярылыуы

Айҙың ярылыуы
ғәр. اِنْشِقَاقُ الْقَمَرِ
Название с огласовками اِنْشِقَاقُ الْقَمَرِ
Телгә алынған хеҙмәттәр Әл-Ҡамар
Вики-проект Проект:Ислам[d]
 Айҙың ярылыуы Викимилектә
Мөхәммәт Айҙың ярылыуын күрһәтә. XVI быуаттың аноним аквареле, фарсы фалнамәһенән (күрәҙәлек китабы). Мөхәммәт уң яҡта, яулыҡлы фигура.

Айҙың бүленеүе (ғәр. اناقاق القمر‎- Шәҡҡүл ҡәмәр; рус. Раскол Луны) — мосолман традицияһында Мөхәммәт Пәйғәмбәр күрһәткән мөғжизә.

Тәүге традициялар буйынса һүҙмә-һүҙ аңлатҡан хәҙистәр Мөхәммәттең с.ғ.с. сәхәбәләренән тапшырыла, мәҫәлән: Ибн Ғәббәс, Әнәс ибн Мәлик, Ғабдулла ибне Мәсғүд һәм башҡалар. Ҡөрьәндең Әл-Ҡәмәр сүрәһендәге 1-2-се аяттары [1](недоступная ссылка) урта быуат мосолман теологтары һәм мосолман философтары араһында күк есемдәренең тейелгеһеҙлеге мәсьәләһе буйынса бәхәстәрҙең бер өлөшө була. Был риүәйәт ҡайһы бер һуңыраҡҡы мосолмандар тарафынан башҡаларҙы Мөхәммәттең пәйғәмбәрлегенә ышандырыу өсөн ҡулланыла[1]. Ул шулай уҡ күп кенә мосолман шағирҙарын, бигерәк тә Һиндостанда, ижадҡа илһамландыра[2].

« Ҡиәмәт көнө яҡынлашты һәм ай ярылды Әгәр ул (кафырҙар) бер мөғжизә күрһәләр, унан йөҙ сөйөрәләр, инҡар итәләр һәм "был - үтә торған (көслө һәм ялған) сихыр" тиҙәр
Әл-Ҡәмәр 54:1, 2
»

Ҡөрьән һәм ислам традицияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә традициялар һәм риүәйәттәр был аятты Мөхәммәттең ҡайһы бер ҡорайыштарҙың үтенесе буйынса күрһәткән мөғжизә тип аңлата. Иртә һәм урта быуат мосолман шәрехләүселәрҙең күбеһе Айҙың бүленеүе тураһында риүәйәтте тарихи ваҡиға булараҡ таный. Киләһе аят 54: 2:Әгәр ул (кафырҙар) бер мөғжизә күрһәләр, унан йөҙ сөйөрәләр, инҡар итәләр һәм «был — үтә торған (көслө һәм ялған) сихыр» тиҙәр.

НАСА-ның Аполлон 10-дан фотоһы . Ай өҫтөндәге күп кенә ярыҡтарҙың береһе — Аридея бураҙнаһын интернет-форумдарҙа Айҙың ярылыуына дәлил тип атайҙар.

Абдуллаһ ибн Мәсүд һүҙҙәренән тапшырылған риүәйәттәрҙә был осраҡ түбәндәгесә һүрәтләнә: «Аллаһ рәсүле саллалаһу ғәләйһиссәләм тере саҡта ай ике өлөшкә бүленгән, һәм тау уның бер өлөшөн йәшереп ҡалдырған, ә икенсеһе тау өҫтөндә булған, һәм шул саҡта Аллаһ рәсүле саллалаһу ғәләйһиссәләм: „Аллаһым, раҫла!“ — тигән.»[3].

2016 йылда НАСА-ның Аполлон 10-дан алған Аридея бураҙнаһы фотоһүрәттәре баҫылып сыҡҡандан һуң (Ай өҫтөндәге 300 км оҙонлоҡтағы һынылыш һыҙығы)[4], мосолмандар ҡайһы бер интернет-сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә, был Ҡөрьәндә телгә алынған бүленеү һөҙөмтәһе, тип белдерә[5][6]. 2010 йылда НАСА ғалимы Брэд Бейлиҙан был хаҡта һорағас, ул: «Минең кәңәшем — Интернетта уҡыған бөтә нәмәгә лә ышанмау. Рецензияланған мәҡәләләр мәғлүмәттең берҙән-бер фәнни нигеҙләнгән сығанағы булып тора. Әлеге ваҡытта Айҙың ике (йәки унан да күберәк) өлөшкә бүленгәненә, ә һуңынан ниндәйҙер мәлдә яңынан йыйылғанлығына фәнни дәлилдәр юҡ»[6].

  • Muʿd̲j̲iza / Wensinck, A.J. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
  • Schimmel, Annemarie. And Muhammad is his messenger: the veneration of the Prophet in Islamic piety. — Chapel Hill, 1985. — xii, 377 p. — ISBN 0-8078-1639-6.
  1. Schimmel, 1985, pp. 69—70
  2. Wensinck, 1960—2005
  3. Сахих Муслим. Хадис № 2800 (рус.). Энциклопедия хадисов (19 декабрь 2014). Дата обращения: 8 март 2023.
  4. Rima Ariadaeus, a Linear Rille (ингл.) (29 сентябрь 2009). Дата обращения: 8 март 2023.
  5. Ali, Mohamed. Crack on moon confirms Prophet Muhammad (S) had split it. Дата обращения: 8 март 2023.
  6. 6,0 6,1 Доказали ли ученые, что пророк расколол луну? (рус.) (14 май 2019). Дата обращения: 8 март 2023.
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Айҙың ярылыуы
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?