For faster navigation, this Iframe is preloading the Wikiwand page for Абдуллин Илгиз Ғәли улы.

Абдуллин Илгиз Ғәли улы

Абдуллин Илгиз Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 июль 1940(((padleft:1940|4|0))-((padleft:7|2|0))-((padleft:14|2|0)))
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 июль 2008(((padleft:2008|4|0))-((padleft:7|2|0))-((padleft:18|2|0))) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Победитель социалистического соревнования

Абдуллин Илгиз Ғәли улы (14 июль 1940 йыл — 18 июль 2008 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы һәм инженеры, техник фәндәре докторы (1989), профессор (1990).

Металл конструкцияларҙың коррозия-механик ныҡлығы буйынса 230-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялары[1], 14 уйлап табыу патенты бар[2].

1940 йылдың 14 июлендә Өфөлә тыуған.

1957 йылда Өфөнөң 10-сы урта мәктәбен көмөш миҙал менән тамамлай, шул уҡ йылда Өфө авиация институтының (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты), «Авиация двигателдәре» факультетына уҡырға инә һәм уны 1962 йылда тамамлай. Өфө юғары уҡыу йортон тамамлағас, СССР Авиасәнәғәт министрлығының Өфө «Гидромеханика» тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһында эшлә башлай. Бында Йәш белгестәр советы, шулай уҡ комсомол һәм профсоюз бюроһы ағзаһы итеп һайлана.[3]

1972 йылда Өфө нефть институтының аспирантураһын тамамлай. 1973 йылда «Исследование влияния напряженного состояния карбоната кальция на его стойкость в кислых растворах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.[4]1969-2008 йылда Өфө нефть институты эшкә килә (ӨНИ, хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты): кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ғилми эштәр буйынса урынбаҫар, кафедра мөдире (1975 йыл), доцент (1977 йылдың апреленән). 1980 йылдан коррозиянан һаҡлау һәм материаловедение кафедраһы мөдире булып эшләй, был вазифала Мәскәүгә эшкә күскән Э. М. Гутманды алмаштыра[5][6].

Абдуллин 1994 йылда бер үк ваҡытта Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты директоры була. 1980 йылдан шулай уҡ ғалимдары металдарҙы коррозиянан һаҡлау буйынса республика ведомство-ара комитеты секретары була. Уҡыу эшен ғилми-тикшеренеү эше менән аралаштыра, кафедрала башҡарылған дәүләт бюджеты һәм ғилми-тикшеренеү эштәренең етәксеһе булып тора. 1994, 1997, 1998 йылдарҙа ғалим Австрия, Венгрия, Ҡытай һәм Англияла стажировка үтә. 1981 йылдан 2004 йылға тиклем уның етәкселеге аҫтында 10 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Илгиз Ғәли улы 1989 йылда «Повышение долговечности напряженных нефтегазовых трубопроводов в условиях воздействия грунтовых и транспортируемых активных сред» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай, 1990 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә, ә 2000 йылдан — Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы була. Абдуллин Илгиз Ғәли улының ғилми эшмәкәрләге нефть һәм газ транспорт үткәргес торба һалыу системаларының һәм нефть химияһы, нефть эшкәртеүҙең башҡа объекттарының, шулай уҡ сәнәғәттең машина төҙөү тармаҡтарында коррозияға ныҡлығын һәм коррозия-механик сыҙамлығын тәьмин итеүҙең практикаһы һәм теорияһы менән бәйле. .

2008 йылдың 18 июлендә Өфөлә вафат була.

СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1983), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), миҙалдар менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Социалистик ярышта еңеүсе» (1975) һәм СССР Юғары уҡыу йорттар министрлығының «Эшендәге яҡшы уңыштары өсөн» билдәләре менән бүләкләнгән.[3]

  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998.
  1. Абдуллин Ильгиз Галеевич 2019 йыл 28 ноябрь архивланған.
  2. Изобретатель Абдуллин Ильгиз Галеевич
  3. 3,0 3,1 Хисамитов Урал Скатович. Становление и развитие научно—исследовательских работ по защите металлов от коррозии в высших учебных заведениях 2019 йыл 5 декабрь архивланған.
  4. Диссертация кандидата технических наук
  5. Хисамитов Урал Скатович. Становление и развитие научно—исследовательских работ по защите металлов от коррозии в высших учебных заведениях
  6. Эммануил Маркович Гутман
{{bottomLinkPreText}} {{bottomLinkText}}
Абдуллин Илгиз Ғәли улы
Listen to this article

This browser is not supported by Wikiwand :(
Wikiwand requires a browser with modern capabilities in order to provide you with the best reading experience.
Please download and use one of the following browsers:

This article was just edited, click to reload
This article has been deleted on Wikipedia (Why?)

Back to homepage

Please click Add in the dialog above
Please click Allow in the top-left corner,
then click Install Now in the dialog
Please click Open in the download dialog,
then click Install
Please click the "Downloads" icon in the Safari toolbar, open the first download in the list,
then click Install
{{::$root.activation.text}}

Install Wikiwand

Install on Chrome Install on Firefox
Don't forget to rate us

Tell your friends about Wikiwand!

Gmail Facebook Twitter Link

Enjoying Wikiwand?

Tell your friends and spread the love:
Share on Gmail Share on Facebook Share on Twitter Share on Buffer

Our magic isn't perfect

You can help our automatic cover photo selection by reporting an unsuitable photo.

This photo is visually disturbing This photo is not a good choice

Thank you for helping!


Your input will affect cover photo selection, along with input from other users.

X

Get ready for Wikiwand 2.0 🎉! the new version arrives on September 1st! Don't want to wait?